Башҡорт донъяһы
3 Ноябрь 2022, 08:08

Аманат булып ҡалған юл

Беҙ уны дауам итергә тейеш.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Ошо көндәрҙә Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башлығы, башҡорттарҙы Рус дәүләте составына үҙ ирке менән индереү инициаторы Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция булды. Илебеҙ иңенә оло һынау ятҡан ҡатмарлы осорҙа йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙҙың изге йолаларын дауам итеү кеүек мөһим төшөнсәләр – бөгөн уғата көнүҙәк мәсьәләләр. Был йәһәттән сара бик ваҡытлы һәм әһәмиәтле булды.

Архив мәғлүмәттәренә ҡараған­да, Ҡәнзәфәр бей ХVI быуаттың уртаһында, Һижри календары буйынса 961 йылда (1554 йылда), Ҡазанға Аҡман, Тоҡман, Тинәй исем­ле туғандары менән батшаға бара, Мең ырыуының башлығы бу­лараҡ, тәүгеләрҙән Рус дәүләтенә ҡушылырға ҡарар итә. Батша Иван IV уларға Аҫабалыҡ грамотаһын тапшыра, ә ырыу баш­лығына тархан титулын бирә. Был ваҡиға – башҡорт халҡының тормошонда бик мөһим осор. Ғөмүмән, Баш­ҡорт­остандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуы башҡорт­тар һәм Рәсәй өсөн генә түгел, шулай уҡ тотош Евразия киңлегендә лә әһәмиәткә эйә күренекле тарихи һәм сәйәси ваҡиғаға әүерелгән.

Илебеҙ өсөн киҫкен осорҙа Мең ырыуы етәксеһенең дөрөҫ аҙымы дүрт быуат ярым үткәс тә онотолмай. Ул ғына түгел, дәүләттең имен­легенә хәүеф янаған мәлдә бер­ҙәмлек һәм берәгәйлек кенә ҡеүәт нигеҙен тәшкил иткәнде йәнә иҫбатлай.

– Ҡәнзәфәр бей үҙен алдан күрә белгән дәүләт һәм сәйәсәт эшмә­кә­ре итеп танытҡан, шул ауыр осор­ҙағы ваҡиғалар үҫешенең төп йүнәлешен дөрөҫ билдәләгән һәм Башҡортостан, Рәсәй тарихында би­хисап эҙемтәләргә килтергән аҡыллы сәйәси ҡарар тапҡан. Был ваҡытта делегация етәксеһе Ҡәнзә­фәр бейгә ни бары 21-22 йәш тирә­һе булған, – тип билдәләне “Мең ырыуы” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов.

Конференция эшендә Баш­ҡорт­остан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралы­ғының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Илшат Ханов, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Башҡортос­тан­дың Архив эштәре буйынса ида­ралығы начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

Сараны асып, Илшат Ханов түбәндәге фекерен белдерҙе:

– Ҡәнзәфәр бей – илебеҙ үҫе­ше­нә тос өлөш индергән шәхестә­ребеҙҙең береһе. Бөгөнгө конференция – ошо илһөйәрлектең сағыу сағылышы һәм бындай эш системалы рәүештә, көн һайын алып ба­рылырға тейеш, тип уйлайым. Йәмәғәтселектең ярҙамынан, әүҙем позицияларҙан тыш, маҡсатлы программалар ҙа, дәүләттең тырыш­лығы ла уңышҡа килтермәйәсәк. Йәмәғәтселектең ярҙамы менән генә беҙ ҡуйған маҡсаттарға бергә­ләп өлгәшә аласаҡбыҙ. Әлеге конференция бик ваҡытлы тип иҫәп­ләйем. Ошо сараны ойоштороу­сыларға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Мең ырыуы йәмғиә­тенә рәхмәт белдерәм. Конференция тәжрибә, уй-фекерҙәр менән уртаҡлашыу майҙансығына әүереләсәк, – тине Илшат Ханов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе Юлдаш Йосопов:

– Ҡәнзәфәр бейҙең оло юбилейы, әлбиттә, беҙҙең өсөн байрам ғына түгел, ошо ваҡиға, бөйөк шәхес барыбыҙҙы ла тарихыбыҙға әйләнеп бағып, тәжрибә тупларға, уйландырырға тейеш. Ғөмүмән, Ҡәнзәфәр бейҙең эшмәкәрлек нигеҙе булған башҡорт ырыуҙары системаһы халҡыбыҙ өсөн бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Белеүебеҙсә, беҙҙең ырыуҙар араһында һәр саҡ тиңлек булған. Быны, мәҫәлән, Рус дәүләтенә ҡу­шылған мәлгә ҡарап та әйтергә мөм­кин: берләшеү хаҡында һәр береһе менән айырым килешеү төҙөлгән. Аҫабалыҡ хоҡуғына эйә башҡорттарҙың ырыуы берҙәм хоҡуҡи субъект булып иҫәпләнгән. Айырым кеше лә, айырым динас­тия ла түгел, ә тотош ырыу. Шуға ла башҡорттарҙа шәжәрә ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла беҙҙә тарих­ҡа һаҡсыл мөнәсәбәт булдырылған. Тарихыбыҙ, шәжәрәләребеҙ менән йәшәүгә, ергә хоҡуғыбыҙҙы нигеҙ­ләй­беҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр ырыу бер-береһе менән тиң хоҡуҡлы, һәр ҡайһыһының үҙенсәлектәре, асы­лы бар. Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған ошондай юлды дауам итергә, төрлө булһаҡ та, уртаҡ маҡсатҡа, берҙәм­леккә ынтылырға тейешбеҙ. Быны беҙ элек-электән әйтеп, башҡа­ларға үҙ миҫалыбыҙҙа өлгө күрһә­теп киләбеҙ. “Рәсәй нисек ҡоро­лорға тейеш?” тигән һорауға һәр ваҡыт үҙ яуабыбыҙ, ныҡлы һүҙебеҙ бар: “Беҙҙең көс – берҙәмлектә, төрлө халыҡтарҙың уртаҡ маҡсатта алға барыуында, именлеккә ынтылыуында”. Бөгөнгө ҡоробоҙ ҙа – ошо маҡсаттың бер өлөшө. Уның һөҙөмтәһе һис шикһеҙ булыр, тип ышанабыҙ, – тине Юлдаш Йосопов.

 Артабан сарала “Ҡәнзәфәр бей – башҡорттарҙы Рус дәүләте составына индереү инициаторы” доклады менән Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы Фәндәр академияһы академигы, Мең ырыуының Аҡһа­ҡалдар ҡоро рәйесе, философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзул­лин, “Ҡәнзәфәр бей – Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы” тигән доклад менән Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе, юридик фәндәр докторы Рафаэль Зинуров сығыш яһаны.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков Мең ырыуы шәжәрәһе менән таныштырҙы. “Бишбүләк районы халҡы – Ҡәнзә­фәр бейҙең вариҫтары” тигән теманы “Мең ырыуы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе урынба­ҫары Альфред Шәймәрҙәнов асты. “Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫеленән бул­ған билдәле шәхестәр” тигән док­лад менән иһә Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫы, Башҡортостан Республи­каһының Бүздәк районы буйынса мировой судьяһы Ғүмәр Әндәр­йәнов сығыш яһаны.

Мәғлүм булыуынса, былтыр сентябрҙә Шишмә районында тәүге башҡорт парламентарийына һәй­кәл ҡуйылғайны. Тантана Мең ырыуы юлбашсыһына, дәүләт эшмә­кәре Ҡәнзәфәр бейгә арналған сараларҙың дауамы булды.

Һәйкәлдең авторы, скульптор, хоҡуҡ белгесе, юридик фәндәр докторы Рафаэль Зинуров белдере­үенсә, Ҡәнзәфәр бей кеүек башҡорт халҡының данлы улдарының исеме мотлаҡ мәңгеләштерелергә тейеш. Әйткәндәй, Рафаэль Зинуровтың күренекле башҡорт эшмәкәрҙәренә арналған ижади эштәре республи­каның ете районында урынлашҡан. Был скульптура иһә Шишмә районына һәм уның халҡына бүләк булды. Скульптор уны Фазлетдин Ислаховтың картинаһы буйынса эшләгән.

 – Башҡорттар ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа үҙ ирке менән Рәсәй составына инеү тураһында берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән. Бөгөн Башҡортостанды Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы тип атай алабыҙ. Донъяла федератив дәү­ләт­тәр күп, әммә уларҙың бере­һен­дә лә бындай миҫал юҡ. Баш­ҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы үҙ ихтыярын белдереү һөҙөмтә­һендә мөмкин булды. Килешеүгә ҡул ҡуйғанда башҡорт ырыуҙары­ның теләктәре иҫәпкә алынған. Ырыу башлыҡтары, иң абруйлы кешеләр ҡәбиләләр исеменән сығыш яһаған. Уларҙы беҙ башҡорт халҡының лидерҙары тип иҫәп­ләйбеҙ. Мең ырыуы Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә дүрт илсе ебәргән. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу – ваҡыт ҡаҙанышы, – ти Рафаэль Зинуров.

Тап Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорт халҡы исеменән рустарҙың “Аҡ батша”һына тәүге вәкилдәренең бе­реһе булып килеүе һәм Мең ырыуы башҡорттарын берләш­те­реүсеһе булыуын көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының шәжәрәләре лә иҫбатлай. Быуындан-быуынға тапшырылып, был мәғлүмәт ырыу, ҡә­билә йылъяҙмаһына әйләнеп, беҙгә тарихи дөрөҫлөктө еткерә. Шәжә­рә­лә әйтелеүенсә, 1554 йылдың ҡы­шында күренекле меңдәр ебәр­гән Ҡәнзәфәр бей етәкселегендәге илселәр саңғыла Ҡазанға килгән­дәр һәм батша наместнигы тара­фы­нан бик мәрхәмәтле ҡабул ителгән.

Конференция аҙағында ҡатна­шыусылар резолюция ҡабул итте, унда Башҡортостандың бөтөнлөгөн һаҡлауҙа һәм уның артабанғы үҫешендә төп роль уйнаған тарихи сәйәси эшмәкәрҙең хәтерен мәңге­ләштереүгә булышлыҡ итеүсе саралар тураһында аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас