Башҡорт донъяһы
3 Ноябрь 2022, 07:45

Фәнүсә инәй – өйҙөң ҡото

“Ҡыҙҙар, молодцы, шәпһегеҙ ҙә инде”, – тип хужалыҡ рәйесе маҡтау һүҙҙәрен йыш яуҙырған.

Фәнүсә инәй – өйҙөң ҡотоФәнүсә инәй – өйҙөң ҡото
Фәнүсә инәй – өйҙөң ҡото

Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында, тиҙҙән 90 йәшен билдәләйәсәк, Фәнүсә Ғәзизова йәшәй. Ул ошо уҡ райондың Яңы Ҡото ауылында тыуып үҫкән.

– Уҡыу эләкмәне беҙҙең быуынға, уның ҡарауы, эштән бушаманыҡ, – тип һөйләй Фәнүсә Солтан ҡыҙы. – “Заря” колхозы сәскә атһын өсөн ал-ял белмәй тир түктек. “Ҡыҙҙар, молодцы, шәпһегеҙ ҙә инде”, – тип хужалыҡ рәйесе маҡтау һүҙҙәрен яуҙырһа, тағы ла тырышыбыраҡ эшләй торғайныҡ. Һыйыр һауыусылар араһында рәттән бер нисә йыл алдынғылыҡты бирмәнем, фотом йыш ҡына почет таҡтаһына эленде.

Фәнүсә инәй һөйләүенсә, ул тормош иптәше Ләбиб Ғәзизов менән дүрт балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, Абдулла менән Миләүшә вафат булған. Әле ул Зөһрә, Әлмира һәм Нәфисә ҡыҙҙарының ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтә.

– Әсәйебеҙҙе алмашлап ҡарайбыҙ, ул һәр саҡ өйөбөҙҙөң биҙәге һәм ҡото, – ти Фәнүсә инәйҙең балалары.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Фәнүсә Ғәзизова кешеләр бер-береһенә теләктәш, иғтибарлы һәм ярҙамсыл булһын, берҙәмлектә – көс тигән изге теләктәрен еткерҙе.

Фото: Зөһрә Бикбулатова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас