

Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән Айһылыу Хәмитованы күптәр балалар өсөн төрлө уйынсыҡтар бәйләгән һәм теккән оҫта булараҡ яҡшы белә. Уның эшләгән ҡурсаҡтары, төрлө әкиәт геройҙары , киләһе йыл "хужалары" – ҡуянҡайҙары күҙҙең яуын ала, балалар өсөн бәйләгән шапка, бакалавка, бейәләйҙәрен күргән һәр әсә уны һатып алырға тырыша, заказ бирә. Клиенттары менән дә интернет аша эшләй, ҡул эштәре республиканың төрлө район - ҡалаларына ғына түгел, хатта күрше республикаларға ла оҙатыла.
Ҡасандыр күңел йыуанысы булараҡ башлаған шөғөл бөгөн бер аҙ табыш та килтерә. Әсәһенән күреп ҡыҙы Полина ла ҡул эштәренә маһир. Һуңғы ваҡытта Айһылыу Әнис ҡыҙы башҡорт ҡурсаҡтарын тегергә һәм бәйләргә тотонған. Уларға кескәй генә итеп селтәр, ҡашмау эшләгән, милли кейемдәр теккән. Хатта ситектәре лә килешеп тора!
Асҡар оҫтаһы тураһындағы тулы һүрәтләмәне гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ.
Автор фотолары.