Башҡорт донъяһы
7 Ноябрь 2022, 14:00

Халҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлай

Салауат районындағы ҡәберлектә кем ерләнгән икән? Данир Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә...

Халҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлайХалҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлай
Халҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлай

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин быйылғы археологик ҡаҙыныуҙар миҙгеленең тамамланыуы тураһында хәбәр итте.

"Археологик ҡаҙыныуҙар миҙгелен бик һәйбәт һөҙөмтә менән тамамлайбыҙ. Салауат районында археологтарыбыҙ ир кешенең ҡәберен тапты. Белгестәребеҙ практикаға индергән заманса ысулдар булмаһа, был некрополь табылмаҫ һәм тарих өсөн оло юғалтыу булыр ине. Ҡәберлек булған баҫыу йылдар буйы һөрөлгән. Заманында өлкән хеҙмәттәштәребеҙ, тарихсылар тарафынан тикшерелгән некрополь күптән юҡ ителгән тип һанала ине.

Был ҡурғандар тарих өсөн оло әһәмиәткә эйә, сөнки улар - боронғо башҡорттарҙың тарихын асыҡлаусы төп сығанаҡтарҙың береһе. Уҡытыусым Нияз Мәжитов әйткәнсә, улар башҡорт халҡының аҫабалығын иҫбатлай.

Әлегә белгестәребеҙ бер ҡәберҙе генә тикшерҙе. Ерләгәндә зиннәтле әйберҙәр ҡулланғандар. Табыштар араһында алтын ялатылған бронза пластиналар менән ҡаплы күн ҡайыш, һөйәк ҡаптырма, ауыҙлыҡ элементтары, тимер уҡ башы, көмөш аҡса һәм башҡа нәмәләр бар.

Йылдар дауамында баҫыуҙы һөрөү сәбәпле юҡ ителгән ҡомартҡыны тулыһынса өйрәнергә һәм ундағы мәғлүмәтте тарих биттәренә өҫтәп яҙырға кәрәк. Планда – тулы күләмле археологик ҡаҙыныу эштәре үткәреү, – тип яҙҙы Данир Әхмәҙи улы.

Табылған артефакттарға ярашлы, некрополь беҙҙең эраның IX-XI быуаттарына ҡарай.

Фотолар Данир Ғәйнуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Халҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлай
Халҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлай
Халҡыбыҙҙың аҫабалығын иҫбатлай
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас