

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Вәлиеваға һоҡланамағандар һирәктер. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозныйҙа “Орфей” тигән СССР-ҙың халыҡ артисы М. Магомаев иҫтәлегенә ойошторолған V халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гөлнара Рәшит ҡыҙының сығышы бик юғары баһаланды.
– Илебеҙ кимәлендәге мәҙәни сарала ҡатнашуыма шатлығым сикһеҙ, – тип тәьҫорттары менән уртаҡлаша Гөлнара Вәлиева. – Тәжрибә туплау йәһәтенән айырыуса файҙаһы ҙур уның. Әлбиттә, иң беренсе ата-әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ, педагогтарымдан уңдым, уларға ла ҙур рәхмәт!
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.