Башҡорт донъяһы
11 Ноябрь 2022, 03:30

Моңдары ҡалды уның...

Әбйәлил районының Амангилде ауылында Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, һәүәҫкәр йырсы Ләлә Ғүмәрованың хәтер кисәһе үтте.

Моңдары ҡалды уның...Моңдары ҡалды уның...
Моңдары ҡалды уның...

Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы Ғүмәрова ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен мәғарифҡа арнай, районда иң алдынғы математика уҡытыусыларының береһе һанала. Ауыл, район кимәлендәге саралар унһыҙ үтмәй, үҙенең моңло тауышы, ҡул эштәре менән абруй ҡаҙана. Районда ғына түгел, бар республикаға киң танылыу тапҡан  “Сәсмәүер” халыҡ фольклор ансамбленә нигеҙ һалыусы ла. Халҡыбыҙ йолаларын сәхнәләштереп, ерле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, район, төбәк, республика конкурс-фестивалдәрендә күп тапҡырҙар гран-при яулаған, илебеҙҙең бик күп ҡалаларында сығыш яһаған сәсмәүерҙәрҙең уңышында Ләлә Мөхәрләм ҡыҙының тынғыһыҙ хеҙмәте ята. Ҡул эштәренә маһир Ләлә ханымдың ҡораған ҡорамалары, күҙ нурҙарын түгеп эшләгән селтәрҙәре, иҙеү-ҡашмауҙары, һуғылған балаҫтары төрлө күргәҙмәләрҙе биҙәй. Хәйер, уның оҫта ҡуллы булыуы хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә лә бик матур мәҡәлә баҫылды. Ул оҙаҡ йылдар беҙҙең гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итте, "Сәсмәүер"ҙәр Башҡортостандың 105 йыллыҡ юбилейын Сибай ҡалаһында билдәләгәндә, гәзиткә арнап үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын әле лә күптәр яҡшы хәтерләйҙер әле.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр Ләлә Ғүмәрованы ҡәһәрле сир аяманы. Шулай ҙа уның халҡы, ауылдаштары, яҡындары һәм балалары өсөн мәңгелек бүләк булып- уның башҡарауындағы моңло йырҙары ҡалды. Хәтер кисәһендә ҡатнашҡан Ләлә апайҙың яҡындары, туғандары, дуҫ-иштәре, әхирәттәре, коллегалары уның хаҡында ҡәҙерле, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып, уның кешелекле, кеселекле, ихтирамлы, иғтибарлы моң алиһәһе булыуы хаҡында матур хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ кисә барышында Ләлә Ғүмәрова үҙе башҡарған йырҙар яңғыраны.

Ихлас һәм алсаҡ, йыр-моңға бай, оҫта ҡуллы, рухлы Ләлә Ғүмәрованың  яҡты иҫтәлеге булып ул башҡарған йырҙары, үҙ ҡулдары менән эшләгән эштәре ҡалды. Йәнең йәннәттә булһын, Ләлә апай!

Автор фотолары.

Моңдары ҡалды уның...
Моңдары ҡалды уның...
Моңдары ҡалды уның...
Моңдары ҡалды уның...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас