

Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итеүенә бәйле, апрелдә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында "Зөһрә ханым оҫтаханаһы" исеме аҫтында оҫталыҡ дәрестәре үткәреү буйынса проект старт алды.
Музейҙа булғандар яҡшы белә: Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың ҡатыны Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Насирова-Ғафури төрлө ҡул эштәренә бик оҫта булған. Уның ҡайып, сигеп, ырғаҡ менән бәйләп, тегеп эшләгән күп кенә ҡул эштәре өлгөләре ошо музей фондында һаҡлана. Шуға күрә лә оҫтахана Зөһрә ханым исемен йөрөтә.
Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән ҡул эштәренә маһирҙарҙың дәрестәрен даими үткәреп торорға ҡарар ителгәйне. Тәүгеләрҙән булып Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы ағинәйҙәре сергетыш эшләргә өйрәтте, балаҫ һуғыу серҙәре менән таныштырҙы.
Кисә, 12 ноябрҙә, сираттағы оҫталыҡ дәресен музейҙың күптәнге дуҫы - "ХАН ҠЫҘЫ" башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәре төркөмө ағзаһы Рузилә Иҫәнбаева үткәрҙе. Ул алмиҙеү эшләү серҙәренә өйрәтте.
Текст һәм фото сығанағы: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейының "Бәйләнештә"ге төркөмө.