Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь 2022, 18:05

"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!

Иртәгә, 14 ноябрҙә, "Бейе, Рәсәй" конкурсына йомғаҡ яһала. Уның финалына сыҡҡан башҡорт студияһы ағзалары әйтеүенсә... 

"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!
"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!

"Селтәр" башҡорт халыҡ кейемдәре студияһы ағзалары Ҡазанда “Бейе, Рәсәй” хореография конкурсының финалына үтте.

“Беҙ, ун кешенән торған “Селтәр” халыҡ студияһы ағзалары, былтыр сентябрҙә “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тигән бейеү өйрәнеп, “Бейе, Рәсәй” хореография конкурсына ҡатнашыу өсөн заявка ебәрҙек. Барыбыҙ ҙа 60-ты уҙғанбыҙ, иң өлкәнебеҙгә - 75 йәш. 2021 йылдың ноябрендә Өфө ҡалаһында һайлап алыу турын үттек. Быйыл апрелдә Ҡазанда ярымфиналда ҡатнашып, финалға үтеү бәхете тейҙе.

12 ноябрҙә тағы ла Ҡазан ҡалаһына килдек. Кисә яҡшы итеп сығыш яһаныҡ, жюри ағзалары беҙҙе хупланы, һәйбәт баһалар ҡуйҙы.

Иртәгә, 14 ноябрҙә, конкурсҡа йомғаҡ яһала. Яҡшы һөҙөмтәләргә өмөтләнәбеҙ. Еңеү менән ҡайтырбыҙ, Аллаһ бирһә”, - тине студия ағзаһы, оҫтабикә Фәнисә Миңғәлимова.

Яҡташтарыбыҙға еңеү теләйек!

Фотолар "Селтәр" студияһы төркөмөнән.                 

 

 

"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!
"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!
"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!
"Селтәр"ҙәргә еңеү теләйек!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас