Башҡорт донъяһы
13 Ноябрь 2022, 07:00

Тамъян ырыуы вәкилдәре ҡор йыя

Әле йыйынға әҙерлек буйынса ойоштороу саралары, делегаттар һайлау бара.

Тамъян ырыуы вәкилдәре ҡор йыяТамъян ырыуы вәкилдәре ҡор йыя
Тамъян ырыуы вәкилдәре ҡор йыя

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, 25 ноябрҙә Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының мәҙәниәт йортонда (Ленин урамы, 28) Тамъян ырыуы башҡорттарының йыйыны үтәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Миәкә районы хакимиәте ойоштора.

Сара башҡорт халҡының иң ҙур ырыуҙарының береһе булған Тамъян вәкилдәрен йыйып, туплап, тәжрибә уртаҡлашыу, алдағы йылдарҙа ырыуҙың йолаларын үҫтереү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү маҡсатында үткәрелә.

Әле Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәгән урындарҙа йыйынға әҙерлек буйынса ойоштороу саралары, делегаттар һайлау бара.

Әсҡәт Бәширов һүрәте.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас