Башҡорт донъяһы
15 Ноябрь 2022, 07:56

Героик музыка булып яңғырай

Салауат Юлаев һәйкәленә – 55 йыл.

17 ноябрҙә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле асылыуға 55 йыл була. Башҡорт милләтенең һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндергән һәйкәлде Петербург художество академияһында тәрбиәләнгән Төньяҡ Осетия скульпторы Сосланбәк Тавасиев ижад итә.   

Сосланбәк Дафаевич беренсе тапҡыр милли батыр тураһында 1941 йылда Стәрлебаш районында ишетә һәм Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәттәр йыя, фольклор һәм архив материалдарын өйрәнеп, батыр образын һынландырыу өҫтөндә эшләй башлай. Был эш егерме йылға тиерлек һуҙыла. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡына аңлайышлы һәм кәрәкле, баш ҡалабыҙҙың биҙәге булып торған мөһабәт һәйкәл ҡойола. 

Тавасиев үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн скульптураның иң ауыр төрөн – ат монументын һайлай. Салауат үрәпсеп торған атта һыбайлы рәүешендә һынландырылған, һыбайлының көслө ҡулдары теҙгенен ныҡ тартып, уны текә йылға яры буйында туҡтатҡан. Сосланбәк Тавасиев ижад емеше тураһында бына нимәләр һөйләгән: “Һәйкәлде эшләүгә 30 йылға яҡын ғүмеремде арнаным. Ул минең өсөн Бетховендың “Аппассионата”һы кеүек булды. Миҫалды юҡҡа ғына музыка өлкәһенән алмайым. Мин һәйкәлемдең героик музыка – халыҡ бәхете өсөн көрәш музыкаһы булып “яңғырауын” теләнем”. 

Салауат Юлаев һәйкәле хаҡында дәлилдәр:

* Салауат Юлаев һәйкә­ле ­1967 йылдың 17 ноябрен­дә Өфө ҡа­лаһының көньяғында Ағиҙел йылға­һы буйындағы текә ярға ҡуйыла.

* Европала иң ҙур һыбайлы һәйкәл һанала. Уның бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна.

* 60-сы йылдарҙа етештерелгән сөгөн һауа шарттары арҡаһында зыян күргән, һәйкәлгә йәшен атыуы ла ихтимал, тип күҙаллана.

* Һәйкәлдең нигеҙе яйлап ҡына ауыша башлаған, бөгөн монументтың алға ҡарай ете сантиметрға эйелгәнлеге асыҡланды. Тимәк, аттың һулаҡай аяғына көс төшә бара, плинтты алмаштырыу талап ителә.

* Скульптура коррозия йоғонтоһона бирелгән.

* Уны 2015 йыл ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан йәшкелт төҫкә буяп ҡуялар.

* Ремонтлағандан һуң һәйкәлгә үҙенең элекке – һоро сөгөн төҫө ҡайтарыласаҡ.


Рүзилә ҠОЛОМБӘТОВА

Читайте нас