Башҡорт донъяһы
16 Ноябрь 2022, 18:00

Бәхетле, даланлы егет булып үҫһен!

"Ошо балаға һоҡ ҡына теймәһен инде!" - ти милләттәшебеҙ Илгиз Солтанморатов.

Бәхетле, даланлы егет булып үҫһен!Бәхетле, даланлы егет булып үҫһен!
Бәхетле, даланлы егет булып үҫһен!

Бөгөн "Башҡорт энциклопедияһы" ойошмаһы етәксеһе Илгиз Солтанморатов шәхси сәхифәһендә ошондай матур видео менән бүлешкән.

Мәғлүм булыуынса, ул - республикала билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, күп балалы атай. Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләне. Быйыл яҙ иһә, йөрәк ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операция барған Донбасста булған.

Илгиз Замфир улы социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем, айырыуса милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, йәш быуынды рухлы, илһөйәр итеп үҫтереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Был видеояҙма - шуға дәлил. "Ошо балаға һоҡ ҡына теймәһен инде! Башҡорт балаһының моңо тыумыштан бар!" - тип яҙа милләттәшебеҙ. Әйтеүенсә, был видеояҙмала - Бөрйән егетенең улы.

Рухлы, моңло сабый имен-һау үҫеп етһен, бәхетле булһын!

Фото һәм видео геройҙың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас