Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2022, 10:00

Әбйәлил көрәшселәре- беренсе!

 Бөрйән районында ауыл райондары уҡыусыларының XXV Спартакиадаһы зачетына көрәш буйынса зона ярыштары үтте.

Әбйәлил көрәшселәре- беренсе!
Әбйәлил көрәшселәре- беренсе!

Бөрйән район үҙәгендә "Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексы базаһында Башҡортостан Республикаһы ауыл райондары уҡыусыларының XXV Спартакиадаһы зачетына көрәш буйынса зона ярыштары үтте. Унда Бөрйән, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондары командалары ҡатнашты.
Ярыштар бик ойошҡан рәүештә һәм яҡшы кимәлдә үтте. Бил батырҙары араһындағы алыш бик сәмле һәм ҡыҙыу барыуға ҡарамаҫтан, балалар йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылманы.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Әбйәлил районы командаһы иң көслөһө булып танылды. Бөрйәндәр – икенсе урынды алһа, Хәйбулла көрәшселәре өсөнсөлөктө яуланы.
Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзите.

Әбйәлил көрәшселәре- беренсе!
Әбйәлил көрәшселәре- беренсе!
Әбйәлил көрәшселәре- беренсе!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: