Башҡорт донъяһы
21 Ноябрь 2022, 09:00

Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында ғүмер кисергән Рузалия менән Ҡадир Ҡаһармановтар - эре мал тотоуҙан тыш, йыл да күпләп ҡош-ҡорт үҫтереп ала. Был ғәҙәт уларҙың ҡандарына һеңгән - балалар бәләкәй саҡта ғаилә өсөн килем сығанағы ла, үҙҙәренә ҡыш оҙонона етерлек аш та булһын тип тырышып башланған шөғөл ул.

Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһеБетерә буйында - ҡаҙ өмәһе
Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында ғүмер кисергән Рузалия менән Ҡадир Ҡаһармановтар - эре мал тотоуҙан тыш, йыл да күпләп ҡош-ҡорт үҫтереп ала. Был ғәҙәт уларҙың ҡандарына һеңгән - балалар бәләкәй саҡта ғаилә өсөн килем сығанағы ла, үҙҙәренә ҡыш оҙонона етерлек аш та булһын тип тырышып башланған шөғөл ул.

"Ауыл ерендә шунһыҙ булмай ҙа. Икенсе яҡтан, балалар эшкә, киләсәктәрен уйларға өйрәнеп үҫә, айырым донъя көткәндәрендә был тәжрибәләре бик ярап ҡалыр тип уйлайым. Хәҙер был ғәмәлде атҡарырға - ҡош-ҡортто көтөшөргә - кесе улым Абдуллаға ейәнсәрем Аиша ярҙам итә", - тип ғорурланып һөйләй өс сибәр, уңған ҡыҙға, ике батыр, аҡыллы улға ғүмер бүләк иткән әсә кеше. "Үҫтергән ҡаҙ-өйрәкте гел туғандар менән өмә яһап, эшкәртеп алабыҙ. Мамығын да әрәм иткән юҡ: мендәр-түшәктәр яһайым, улар тотоноуға еңел, уңайлы, файҙаһы тураһында әйтеп тә тормайым. Быйыл был эште йола рәүешендә күрһәтеп үткәрергә йөрьәт иттек. Туғандарҙан тыш, күршеләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килеп, эш барышын фотоға төшөрөп, халыҡ хөкөмөнә сығарҙылар. Изге теләктәр менән башланған эшебеҙ, байрам төҫө алып, ыңғай барҙы - аҙағына еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Йырлай-йырлай, шаяра-көлә башҡарылған өмә үҙебеҙгә лә, ярҙамға килгән кешеләргә лә бик оҡшаны. Бала-саға, туғандар, дуҫтар менән иҫән-һау ашарға яҙһын, илдә именлек булһын", - ти уңған хужабикә.

Ни генә тиһәләр ҙә, ошондай өмәләр халҡыбыҙҙы берләштерә, изгелек ҡылыуға илһамландыра, ҙур эштәргә дәртләндерә, күптәргә өлгө булып тора. Ә инде уны йолаға ярашлы итеп тә үткәрә алыу - берҙәмлек, ҡыйыулыҡ, егәрлелек талап иткән оло эш ул.


Фотолар: шәхси архивтан, Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортонан.

Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе
Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе
Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе
Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе
Бетерә буйында - ҡаҙ өмәһе
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас