Баш ҡалабыҙ Өфөләге сауҙа селтәрҙәре байрам төҫөн ала башланы. Кәштәләрҙә йылдағыса тәм-том һалынған матур-матур формалы бүләк йыйылмалары урын алды.
Шуныһы ҡыуаныслы: "Байрам" сауҙа селтәрендә милли стилдә биҙәлгән бүләк йыйылмалары ла бар. Йыйылмаларҙың береһе машина рәүешендә эшләнгән, икенсеһе - тирмә кеүек. Икенсеһендә Ҡарһылыу башҡорт милли кейемендә йылмайып тора. Уларға ике телдә - башҡортса һәм русса "Яңы йыл менән!" тигән теләк яҙылған.
Әлбиттә, аллы-гөллө биҙәлгән, күҙҙең яуын алырлыҡ бүләктәр араһында башҡортса сәләмләү яҙылған, милли рухта биҙәлгән йыйылмаларҙы күреү - шатлыҡлы күренеш.
Редакциянан: был яҙма сауҙа селтәренә реклама яһауҙы маҡсат итеп ҡуймай, бары тик уҡыусыларға мәғлүмәт еткереү мәнфәғәтен күҙ уңында тота.
Автор фотоһы.