Ейәнсура районының Бикбирҙе, Буранғол, Бикбау ауылдарының уңған, оҫта, егәрле шәлселәре “Башҡорт дебет шәле” асыҡ фестивалендә ҡатнашты.
Белеүебеҙсә, был төбәк ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән шәл бәйләү оҫтаһы булып танылған. Әлеге сарала ла улар лайыҡлы сығыш яһап, өсөнсө урын алды. Был хаҡта “Айыҡ ауыл. Ейәнсура районы” төркөмөндә бына нимә тип хәбәр иттеләр: “Беҙҙең Ейәнсура районы элек-электән шәлдәре менән дан тотҡан. Әле лә оҫтабикәләр был эште сәнғәт кимәленә күтәреп, уны төрләндереү, артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Үҙ булмыштарына тоғро ҡалып, нәҫелдән күсә килгән төп һөнәрҙәренең береһе булған шәл бәйләү шөғөлөн дауам итеп, йәмле Кесе Һүрәм буйында урынлашҡан Бикбирҙе, Буранғол, Бикбау ауылдарының уңған, оҫта, егәрле шәлселәре “Башҡорт дебет шәле” асыҡ фестивалендә ҡатнашты.
Беҙҙең “Һүрәмем биҙәктәре” күргәҙмәһенә кәзә, әбей менән бабай һәм, әлбиттә, дебеттән бәйләнгән төрлө шәлдәр, косынкалар, палантиндар, түшлектәр, ойоҡбаштар, бирсәткә-бейәләйҙәр ҡуйылды һәм жюри хөкөмөнә сығарылды. Һөҙөмтәлә күргәҙмәбеҙ өсөнсө урынға лайыҡ булды! Афарин, уңған шәлселәребеҙ! Имен-һау йәшәйек, күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс торһон!”.
Башҡорт дебет шәленең данын таратып, боронғо кәсебеҙгә тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән Ейәнсура уңғандарына “афарин!” тибеҙ.
Фото: “Айыҡ ауыл. Ейәнсура районы” төркөмө.