Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында уҙған Тамъян ырыуы йыйынында Ҡор башы һайланылар. Хәҙер башҡорт халҡының иң ҙур һәм боронғо ырыуҙарының береһе булған Тамъян ырыуына Рөстәм Исхаҡов етәкселек итәсәк. Ырыуҙаштары уға ышаныс белдереп, бер тауыштан һайлап ҡуйҙы.
– Был халҡыбыҙ, ырыуыбыҙ алдында ҙур яуаплылыҡ. Һәр ваҡыт Тамъян ырыуы вәкилдәре осрашып, аралашып торҙо, бер-береһе менән күрешеп йәшәне. Беҙгә ошо башҡарылған эштәрҙе барлап, артабан ошо йүнәлештә эшмәкәрлекте үҫтерергә кәрәк. Был беҙҙең өсөн тарихи көн, сөнки Тамъян ырыуы вәкилдәре, ниһайәт, йыйылышып, ошондай ҡорға тупланып, аңлашып, һөйләшеп, уртаҡ фекергә килдек.
Бала саҡтан Тамъян ырыуынан, ниндәй аранан булыуыбыҙҙы белеп үҫтек, олатай-өләсәйҙәр әйтеп килде. Бөгөн иһә Туймазы, Шаран, Саҡмағош райондарында, Татарстан Республикаһында, Ырымбур өлкәһендә ырыуҙаштарыбыҙ йәшәгәнен белдек. Киләсәктә ошо ырыуҙаштарҙы йыйып, улар менән бәйләнеш булдырып, уларҙы ла халҡыбыҙҙың тамырҙарын нығытыу эшенә йәлеп итергә тейешбеҙ.
Бындай ҡор йыйыу үҙе бер ҙур ваҡиға, сара булды, уны ойошторған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, Миәкә район хакимиәте етәкселегенә, Миәкә районы тамъяндарына рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Рөстәм Әхмәт улы.
Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов 1974 йылдың 25 октябрендә Әбйәлил районында тыуған. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры булған. 2003-2006 йылдарҙа ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкиле булып эшләгән. 2008 йылдан ул “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры, 2019–2020 йылдарҙа Борай районы хакимиәте башлығы була. Һуңынан “Торатау” конгресс-холында директор урынбаҫары итеп тәғейәнләнә, әлеге ваҡытта Башҡортостандың Милли музейы директоры вазифаһын башҡара.
Автор фотоһы.