2022 йылдың 8 декабрендә Башҡортостанда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға арналған съезд үтәсәк. Сара офлайн һәм онлайн форматта уҙасаҡ.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, республикала делегаттар һайлау тамамланған. Был сараға Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларынан 200-гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Офлайн режимда ойошма идараһының төп составы, ветерандар советы, саҡырылған ҡунаҡтар, бүлексә етәкселәре – Халыҡ дауалаусылары мәктәбе, Өләсәйҙәр мәктәбе, Ирҙәр советы, Батырҙар мәктәбе һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән ойошмалар етәкселәре йыйыласаҡ. Сара "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Башҡортостан өлкә бүлексәһе бинаһында үтә.
"Беҙҙең тулы атамабыҙ – “Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ҡатын-ҡыҙҙар статусын үҫтереү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Съезд сиктәрендә мәғариф, мәҙәниәт, йәш быуынды патриотик тәрбиәләү, халыҡ һаулығын һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына һәм әсәләренә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Көн тәртибендә шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тора. Яңы идара составы һәм совет структураһы һайланасаҡ, раҫланасаҡ, 2027 йылға тиклем Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең эш планы тикшереләсәк. Эшкә 200-гә яҡын делегат ҡушылыр тип көтөлә – беҙ бөтә милләт һәм конфессия вәкилдәре өсөн асыҡбыҙ", — ти Гөлнур Ҡолһарина.
Сарала Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесенең идеология буйынса урыбаҫары Гөлнара Кирәева ҡатнашты. Уның белдереүенсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы берҙәм мәҙәни киңлекте, күп милләтле мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә институтын нығытыу, уның статусын арттырыу, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса берлектәге бурыстарҙы хәл итә.
Матбуғат конференцияһында билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева Салауат Юлаевтың әсәһе Аҙнабикәнең тарихи әһәмиәте тураһында һөйләне. "Аҙнабикә рухи азатлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү, уның ғаиләләге ролен арттырыу яҡлы була. XVIII быуат башы булыуын иҫәпкә алғанда, был тарихи әһәмиәткә эйә. Беҙҙең XXI быуаттағы бурысыбыҙ – милли геройҙың әсәһенең исемен, абруйын, статусын күтәреү, ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының рухи азатлығы, белеме хаҡына күп эшләгән, үҙе уҡыған һәм уҡытҡан", – тине ул.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы Ирҙәр советы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеүҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәжрибәһе илдең башҡа төбәктәрендә лә уңышлы тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.