

Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты. Төрлө сараларҙа, байрамдарҙа, туйҙарҙа милли кейем элементтарын йыш осратырға мөмкин. Берәүҙәр заманлаштырылған сәхнә кейемдәрен хуп күрһә, икенселәр тап ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кейемдәре милләтебеҙҙе милләт иткән тип иҫәпләй. Һуңғылары хаҡлы ла, сөнки сәхнә кейеме үткән быуатта сәнғәт өсөн яһалма барлыҡҡа килгән.
Боронғо өлгөләргә ҡарап, ентекле өйрәнеп, традицияны һаҡлап ҡалыу бөгөнгө заманда мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был тәңгәлдә ыңғай күренеш күҙәтелә. Һуңғы йылдарҙа оҫталар мәктәбе барлыҡҡа килеп, дәрестәр ойошторолоп, милли кейемде тергеҙеү өҫтөндә ҙур эштәр башҡарылды. Милли кейемде тергеҙеүсе оҫталар төрлө тарихи сығанаҡтарҙан, Башҡортостан, Силәбе, Ҡурған, Пермь, Ырымбур һәм башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә һаҡланып ҡалған милли кейем һәм уның элементтары өлгөләре буйынса бик бай мәғлүмәт туплап, үҙ аллы өйрәнеп, уларҙы халыҡҡа ҡайтарыу өҫтөндә эшләй. Элек быуындан-быуынға аманат булып күсә килгән, ҡиммәтле материалдарҙан эшләнгән биҙәүестәребеҙ һәр ғаиләлә булған. Төрлө тарихи ваҡиғалар арҡаһында улар юҡҡа сыҡҡан, ҡиммәттәр үҙгәреү менән ҡулланылыштан төшөп ҡалған. Шулай ҙа йәшереп һаҡлап алып ҡалған биҙәүестәр әленән-әле килеп сыға йә табыла. Фото һәм һүрәттәрҙә һаҡланып ҡалғандары ла һәйбәт мәғлүмәткә эйә. Бындай саҡта уларҙы бер урынға туплап, ҡайһы ерлеккә ҡарағанын теркәп барыусылар күбәйҙе. Мәҫәлән, башҡорт милли кейемдәре оҫталарының “Тамға” халыҡ-ара конкурсы ҡатнашыусыһы Гөлсөм Хөсәйенова милли хазиналарыбыҙҙы яңыртып эшләү менән бер рәттән үҙе артынан тиҫтәләрсә оҫта үҫтереүгә өлгәште.
– Бәләкәй саҡтан бейеп үҫтем. Бейегәс, өләсәйем япмалы итеп күлдәктәр тегеп кейҙерә ине. Ҡул эшенә бик маһир өләсәйемә ҡарап рухлы булып ҙурайҙым. Ҡандан киләлер инде. 2018 йылдан милли кейемдәр менән ҡыҙыҡһына башланым, – ти Бөрйән районының Тимер ауылы ҡыҙы Гөлсөм.
Боронғо фотоларҙан, музейҙа һаҡланған өлгөләрҙән, китаптарҙан, интернет селтәренән күп итеп мәғлүмәттәр туплай башлай, ҙур оҫталарҙың эштәрен күҙәтә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, 2021 йылда “Тамға” конкурсында призлы урын яулай. “Бәйләнештә” селтәрендә тура эфирға сығып, башҡарған эш барышын төшөрә башлай. Яйлап ҡыҙыҡһыныусылар, өйрәнергә теләүселәр арта бара. Уларҙың һәр береһенә яуап биреү ауыр булғас, оҫтабикәләрҙең береһе Гүзәл Садыҡованың тәҡдиме менән айырым чат асырға була. Унда 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйыла. Чат ағзаларының береһе – Баймаҡ районынан тегеү оҫтаһы Зилә Әбүбәкирова сәмләнеп, ҡул оҫталары бер-береһенә эйәреп эшләһен өсөн, марафондар ойошторорға тәҡдим итә. Был идеяны барыһы ла хуплап сыға һәм селтәр, яға, һаҡал эшләү буйынса беренсе марафонды башлап ебәрәләр.
Марафондарҙа 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. Был шунса кешенең дөрөҫ тегелгән биҙәүес әйберҙәре була тигән һүҙ. Сөнки унда Гөлнара менән Флорид Вәхитовтар, Александр Акулов кеүек билдәле оҫталар кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итеп, белмәгән ерҙәрен өйрәтеп, аңлатып, дөрөҫ йүнәлеш биреп, марафон буйы эштәрен күҙәтеп килә. Артабан алмиҙеү, башкиҙеү, хәситә һәм муйынса эшләү буйынса марафон ойоштороп, шундай биҙәүестәребеҙ таралып китте. Бигерәк тә Бөрйән районының алмиҙеүе бөтәһенең дә күңеленә ятты. Яңыраҡ ҡала һәм төньяҡ райондары башҡорт ҡыҙҙары араһында таралған ҡалпаҡтар эшләү буйынса марафон уҙҙы.
Гөлсөм Хөсәйенова, “Хан ҡыҙы” тип исемләнгән айырым төркөм асып, марафондар “Хан ҡыҙы” исеме менән үтә. Хан-бейҙәр тоҡомонан булған башҡорт халҡының милли ғорурлығын, рухын уятып ебәргән төркөм була ул, сөнки үҙенең сығышына ҡарап, дөрөҫ тегелгән биҙәүестәрҙе эшләп алыусылар арта. Алдан ҡуйылған маҡсат буйынса традицион милли кейемдәр генә тегелә. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән ҡатнашҡан ҡыҙҙар айырым оҫта булып үҫеп сығыуға өлгәште. Уларҙың бер төбәктән булғандары ойошоп, айырым ижади төркөмдәр төҙөп алыуға өлгәште. Шуларҙың береһе – Ишембай ҡалаһы оҫталарының “Ете ҡыҙ” төркөмө. Баймаҡ ҡалаһында ла оҫтабикәләр ойошоп, “Гәлсәр” төркөмө төҙөп, милли кейемдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Яңыраҡ Бөрйән районынан сыҡҡан оҫтабикәләр, үҙҙәренең ерлегенә хас биҙәүестәрҙе тергеҙеү маҡсатында берләшеп, марафон башлап ебәрҙе. Улар үҙҙәренең яғында табылған селтәр өлгөһө буйынса биҙәүестәр эшләй.
Үрҙә әйтелгәнсә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес төрҙәре бик күп һәм ерлегенә ҡарап тегелеше, ундағы биҙәү үҙенсәлектәре менән айырыла, кейемдәре айырым бер комплекс барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән, Ҡурған, Силәбе башҡорттары, Учалы райондары ҡыҙҙары ҡушъяулыҡ менән яға кейгән, көньяҡ райондарҙа селтәр, алмиҙеү кеүек биҙәүестәр осрай. Милли кейемдәрҙә халыҡтың кәсеп-шөғөлө, тәбиғәт шарттары, йәшәү рәүешен сағылдырылған.
Милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙең тағы бер мөһим үҙенсәлеге шунда: боронғо материалдарға тартым, тәбиғи, совет осоро туҡымаларынан эшләү талап ителә, шуға күрә боронғо кейемдәрҙе тергеҙеү ҡиммәткә төшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, рухлы оҫталарыбыҙ юғалып барған ҡиммәттәребеҙҙе ҡайтарыу өҫтөндә эшләй. Уларҙы был эшкә милли аң, ҡан хәтере көсө этәрә. Ә инде үҙенең ваҡытын, хеҙмәтен, туплаған белемен һәм оҫталығын йәлләмәйенсә, түкмәй-сәсмәй башҡалар менән уртаҡлашҡан Гөлсөм Хөсәйенова үҙ артынан бүтәндәрҙе лә эйәртеп, халыҡ һөйөүен яуланы, милләт ҡотон уятып ебәрҙе.
Флүрә ҠАШБУЛЛИНА:
– Гөлсөм һылыу ҙур эш башҡара. Оҫтабикәләрҙе бергә туплап, һәр беребеҙгә илһам нуры өрөп, ата-бабаларыбыҙҙың аманат итеп ҡалдырған биҙәүестәрен тергеҙеү эшенә тос өлөш индерә. Был ҙур көс, күп ваҡыт һәм оло түҙемлек талап итә. Рәхмәт уға, эшен, донъяһын ситкә ҡуйып, үҙ ваҡытын беҙгә сарыф итә. Күп нәмәгә өйрәндек һәм тағы ла өйрәнербеҙ тигән теләктә ҡалам.
Әнфисә МӨХӨТДИНОВА:
– Шундай ҙур эш алып бара, таҙалыҡ һәм сабырлыҡ бирһен Аллаһ. Бына мин оло йәштә, йыраҡ райондан, Өфөгә барып өйрәнеү юл яғынан да, финанс йәһәтенән дә ҙур проблема булыр ине. Аллаһтың бүләге тип, шатланып ҡушылдым ошо төркөмгә.
- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА