

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан” гәзите менән берлектә “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте, тип яҙғайныҡ.
Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, “Башҡортостан” гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә. Бөгөн һүҙ - әүҙем йәмәғәтсе Рәйсә Күзбәкова тураһында. Тыуған тупраҡ йылыһы, ата-әсә тәрбиәһе менән ингән изге төшөнсәләр - милләт яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, телебеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы һаҡлау кеүек уй-теләктәрҙе ул бөтә хеҙмәт биографияһы менән раҫлай, уларҙы тормошҡа ашырыуға күп көс һала.
Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкованы республикала оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостан Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы булып эшләгән шәхес итеп белә. Һуңғы йылдарҙа ул “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең төбәк башҡорт йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысындағы сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Башҡорт милли мәғарифын һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп көс һала.
Милләттәшебеҙҙең туған тел, тыуған ил хаҡына эшмәкәрлеген Башҡортостанда ғына түгел, башҡорттар күпләп ғүмер иткән Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау, Ырымбур ерҙәрендә лә беләләр. Тәрән белемле, иғтибарлы, асыҡ күңелле, ярҙамсыл, һәр эшкә бөтә көсөн һалып, шунан илһам алып йәшәй Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. Уның етәкселегендә 2016-2017 йылдарҙа “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге “Әҙәби ҡунаҡхана”, “Күңелдәрем тулы моң” халыҡ таланттары ҡатнашлығындағы киске концерттар, “Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте һәм йәше» диспут-клубы кеүек саралар үткәрелгән.
Рәйсә Күзбәкованың һәм “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге советының әүҙемлеге, ныҡышмаллығы һөҙөмтәһендә “Урал батыр мәктәбе” проекты йәмғиәттә киң резонанс тыуҙырҙы, ул 2020 йылдан алып өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла.
Проектҡа республикалағы милли гимназиялар, лицейҙар, мәктәпкәсә учреждениелар, шулай уҡ республиканың әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡушылды. Был эш эпоста һалынған идеялар нигеҙендә һайланған бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала: тәбиғәтте һаҡлау, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, тораҡ пункттарҙы йәшелләндереү; ололарға ярҙам ойоштороу; айыҡлыҡ өсөн көрәш; фән һәм мәғариф; онотолған геройҙарҙың исемдәрен ҡайтарыу өҫтөндә эшләү, эпос темаһы буйынса эссе һәм һүрәттәр конкурстары уҙғарыу һәм башҡалар.
Рәйсә Абдрахман ҡыҙының әүҙемлеге арҡаһында “Урал батыр мәктәбе” педагогик һәм тәрбиәүи пландағы ҡатнаш башҡорт проекттары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, быйыл “Ижади майҙан” комплексы сараһы үтте, ул Башҡортостандың алты зонаһы ата-әсәләрен һәм педагогтарын берләштерҙе, республика райондарының яртыһынан ашыуын үҙ эсенә алды. Рәйсә Күзбәкова һәр зоналағы сараларҙа ҡатнашты, махсус тематик майҙансыҡта сығыш яһаны.
“Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы - үҙендә милли философияны туплаған рухи мираҫыбыҙ. Беҙгә уны өйрәнергә, эпоста яңғыраған ата-бабаларыбыҙ васыяты буйынса йәшәргә кәрәк”, – ти Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
Фотолар Р. Күзбәкованың шәхси архивынан.