Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Декабрь 2022, 23:00

Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы

"Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" конкурсында - "Йәнтөйәк" гәзите баш мөхәррире Наилә Имаева.

Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Башҡортостан" гәзите менән берлектә "Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" тип аталған конкурс иғлан итте, тип яҙғайныҡ. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, "Башҡортостан" гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә. Бөгөн һүҙ - әүҙем йәмәғәтсе, журналист Наилә Имаева тураһында.

Донъяла ябай, шул уҡ көслө рухлы, тормоштоң уртаһында ҡайнаған, көс-дәрте менән башҡаларҙы ла илһамландырған телһөйәр, илһөйәр, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар күп. Шундайҙарҙың береһе — Асҡын районында сыҡҡан “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең баш мөхәррире Наилә Имаева.

Наилә Зәйнулла ҡыҙы республикабыҙҙың иң матур төбәктәренең береһе — Асҡын районы Солтанбәк ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған, хеҙмәт юлын тыуған ауылы мәктәбендә башлаған. Гөрләтеп эшләп йөрөгән уҡытыусыны 2000 йылда район үҙәгенә саҡыралар: хеҙмәт юлын Асҡындың 1-се урта мәктәбендә дауам итә. 2002 йылда районда башҡорт телендә гәзит сығарыу мәсьәләһе күтәрелгәс, был яуаплы бурысты уға ышанып тапшыралар. Шулай итеп, өр-яңы өлкәлә ең һыҙғанып эш башлай Наилә Зәйнулла ҡыҙы. Бер осорҙа район гәзиттәре мөхәррире Фәйрүзә Юнысова менән бергә аҙна эсендә республиканың төньяҡ райондары араһында беренселәрҙән булып “Йәнтөйәк” тип аталған башҡорт баҫмаһын сығарыуға өлгәшәләр.

Ошо йылдар эсендә Наилә Зәйнулла ҡыҙы ябай журналистан бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары һәм баш мөхәррир вазифаларына үрләгән. Тырышлығы, намыҫлы фиҙакәр хеҙмәте менән райондаштары араһында абруй ҡаҙанған. Уның эше республикала ла юғары баһаланған: былтыр Наилә Зәйнулла ҡыҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Наилә Имаева - халҡы, иле, теле өсөн янып эшләгән әүҙем йәмәғәтсе лә. 2002 йылдан башлап Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ, район  тарихын, халҡыбыҙ йолаларын, мәҙәниәтен өйрәнеү, тергеҙеү, башҡорт телен һаҡлау, пропагандалау буйынса әүҙем эш алып бара. Урындағы ҡоролтай, район ҡатын-ҡыҙҙары советы, Ағинәйҙәр ҡоро планлаштырған сараларҙы ойошторорға, үткәрергә һәр саҡ ихлас ярҙам итә. Ижади күңелле, һүҙ ҡәҙерен белгән  журналист булараҡ, төрлө кимәлдәге байрам сараларының сценарийҙарын яҙып, үҙе алып бара. Мәҫәлән, Асҡын ерендә уҙған республика Шәжәрә байрамын ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы, Башҡорт тарихы йылында уҙған “Ырыуҙар йыйыны”нда әүҙем ҡатнашты. Асҡын районының Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын да яуаплы башҡара ул.

Яҡындары Наилә Зәйнулла ҡыҙын хәстәрлекле әсәй, ире өсөн ышаныслы, тоғро ҡатын тип белә. Вадим Фәйзелғаян улы менән 22 йыл татыу ғүмер итәләр, Салауат һәм Азамат исемле ике ул үҫтерәләр, уларҙы милли рухта тәрбиәләйҙәр.

Ағымдағы йыл да Наилә Зәйнулла ҡыҙы өсөн үтә яуаплы, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәле булды. Уңған милләттәшебеҙ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе-2022” конкурсында ҡатнашып, “Ҡатын-ҡыҙ – йыл үрнәге” номинацияһында еңеү яуланы. “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашҡан тыуған ауылы Солтанбәкте еңеүгә әйҙәүҙә лә Наилә Зәйнулла ҡыҙының өлөшө ҙур. Тәүге көндәрҙән үк ул айыҡ тормошто пропагандалау буйынса төрлө сараларҙа, акцияларҙа, осрашыуҙарҙа, күргәҙмәләрҙә, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан. Республика кимәлендәге сараларҙы ойоштороп, үҙе үк йәнле итеп алып барған. Жюри ағзаларын хайран иткән, ауылды презентациялаған фильм төшөрөүҙә лә тырышлыҡ күрһәткән, ауылдаштарын ойоштороуҙа ярҙам иткән. Нәҡ солтанбәктәр төшөргән фильм республикала бәйге сиктәрендә иң яҡшыһы тип табылды. Солтанбәк иһә “Ҙур ауылдар” номинацияһында икенсе урын яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Һәр ғәмәлдә матурлыҡ күрә белгән гүзәл милләттәшебеҙ бөгөн дә аҡ уйҙар, яҡты өмөттәр менән ғүмер итә, яңы маҡсаттары күп.

“Ҡасандыр ике яҡтан да олатайҙарым башлаған эште дауам итеп, бөгөн халҡымдың телен, мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын һаҡлап ҡалыу, тыуған ауылым Солтанбәгем, Асҡын ере, республика үҫеше өсөн үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Илһөйәрлек, телһөйәрлек – беҙҙең йөрәгебеҙҙә, ҡаныбыҙҙа.  Киләһе быуындарҙа ла шул рух, шул ялҡын һүрелмәһен, һүнмәһен ине! Атайым яҡлап Божор нәҫеленә ҡарайым, 14-се быуынға тиклем нәҫелебеҙ шәжәрәһе өйрәнелгән. 1500 йылдарҙа йәшәгән Божор олатай. Уның улы – Азатбай, артабан Ғаббас, Ҡоҙаш, Ғабдрахман, Ғүмәр, Зәйнәш, Сылмырҙа, Хисмәтулла, Суфиян, Муллайән, Зәйнулла, мин һәм нәҫелемде дауам итеүсе улдарым Салауат һәм Азамат.

Әсәйем яҡлап ҡалмыҡ нәҫеленә ҡарайым, 1680 йылда йәшәгән Ҡашҡа олатайҙан башлана нәҫелебеҙ. Улдарым 11-се быуын була. Балыҡсы ырыуының илһөйәр улы Шаһийән Миңлеғәлиев менән бишенсе быуында, Афризун олатайҙа туғанлыҡ ептәре тоташа.

Әгәр ҙә минең һүҙҙәрем, мәҡәләләрем кешеләрҙең күңеленә аҙ ғына булһа ла  изгелек, берҙәмлек орлоҡтарын сәсә икән, тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға, телебеҙгә һөйөү, хөрмәт уята икән — был үҙе ҙур ҡыуаныс. Башҡарған эшемдең һөҙөмтәһен күреү миңә тағы ла сәмләнеп, илһамланып эшләргә көс-дәрт өҫтәй”, – ти Наилә Зәйнулла ҡыҙы.

Фотолар Н. Имаеваның шәхси архивынан.

Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Асылына тоғро Асҡын ҡыҙы
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: