14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостан» гәзите менән берлектә «Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы» тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте, тип яҙғайныҡ.
Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү барасаҡ, «Башҡортостан» гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрәсәк.
Әле иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн һүҙ Силәбе өлкәһендә йәшәүсе әүҙем милләттәшебеҙ Рушания Нишанова тураһында.
Рушания Нишанова 1981 йылдың 6 авгусында Силәбе өлкәһендәге Ҡоншаҡ районының Ҡаҙаҡбай ауылында тыуған. Тахталым урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһы" йүнәлеше буйынса белем алған.
1998-2021 йылдарҙа Өфөлә йәшәгән. Хеҙмәт юлының төп йүнәлеше туризм өлкәһенә бағышланған булһа ла, һәр саҡ йәмәғәт эштәре әүҙем шөғөлләнә, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай ул. Аптырарға түгел, тыуған яғында уны әле мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ бер төркөм һәүәҫкәр артистар менән район буйлап концерттар ҡуйып йөрөгәнен хәтерләй.
Бөгөн Рушания Нишанова Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт бюджет учреждениеһының Силәбе өлкәһендәге филиалы - Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡара. Ул Үҙәк ҡарамағында бейеү, вокал, ҡурай һәм башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр ойошторған. "Йыуасафест" һәм "Ҡушъяулыҡ" кеүек сараларҙың ойоштороусыһы булып тора. Был проекттар Силәбе ҡалаһының брендына әүерелергә лә өлгөргән. Рушания шулай уҡ Бөтә донъя ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһының әүҙем ағзаһы, "Башҡкорд" балалар рок төркөмөн ойоштороусыларының береһе булып тора. Әүҙем һөнәри эшмәкәрлек менән бер рәттән ҡыҙы Алтынайҙы һәм улы Алмазды милли рухта тәрбиәләүгә ҙур көс һала.
“Силәбе башҡорттары көслө лә, күсле лә, рухлы ла. Яҡташтарым менән һоҡланам,ғорурланам. Улар, бер яҡтан, ҡәҙимге милләттәштәребеҙ, шул уҡ ваҡытта тыуған яғым,милләтем, туған телем тип янып йәшәгән ғәжәп көслө кешеләр. Тап шундайҙар, Башҡортостандан ситтә йәшәүгә ҡарамаҫтан, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларҙы һаҡлап ҡалып, киләһе быуынға тапшыра килә”, - ти Рушания Нишанова.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.