Салауат районының Малаяҙ ауылындағы Мәҙәниәт йорто рәссам-декораторы Эльмира Перевышина интерьер өсөн милли кейемдә ҙур ҡурсаҡ эшләгән. ”Ҡарағыҙ әле, ул кемгә оҡшаған! Был бит ҡойоп ҡуйған беҙҙең Нәсимә Йәмәлиева!” – тип юҡһынып иҫкә ала яҡташтарын салауаттар.
“Беҙ уны хәтерләйбеҙ... Яратабыҙ... Нәсимә Йәмәлиева талант эйәһе, бик асыҡ күңелле, ихлас кеше ине. Үкенес, ҡаты сир уны бер йыл элек донъянан алып китте. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлекте һаҡлайыҡ, Эльмира Перевышинаның ҡурсағы һәр саҡ беҙгә уның хаҡында иҫкә төшөрөп, хәтерҙә яңыртып торһон!”– тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите.
Фото: ”Салауат ерендә” гәзите.