14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостан» гәзите менән берлектә «Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы» тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте, тип яҙғайныҡ.
Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, «Башҡортостан» гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә.
Әле иһә конкурсанттар менән яҡынданыраҡ таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн һүҙ Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров тураһында. Ул Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты тамамлаған.
1979 йылдан алып Салауат ҡалаһында йәшәй. Сирек быуат дауамында партия һәм дәүләт власы органдарында эшләгән, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Һуңынан биш йыл “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең урындағы башҡарма комитеты етәксеһе булған.
Һуңғы биш йылда Азат Шәрип улы Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында республикала тәүге тапҡыр Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән “Салауатта башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү буйынса юл картаһы" булдырылған һәм уңышлы тормошҡа ашырылып килә.
Мәғлүм булыуынса, былтыр, Башҡорт тарихы йылындағы эш йомғаҡтары буйынса, Салауат ҡалаһы республиканың ҡала округтары араһында өсөнсө урынды яуланы. Шулай уҡ республикала тәүгеләрҙән булып ойошторолған ҡала ата-әсәләр комитеты ла бөгөн ҡала һәм район ҡоролтайҙары араһында иң уңышлы эшләүселәрҙән иҫәпләнә.
Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡының телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән Азат Шәрип улы Салауат ҡалаһында күптән түгел уҙған “Ижади майҙан” сараһында бүлеште.
“Милли мәҙәниәтте, телде, тарихты һаҡлау эшенә йүнәлтелгән сараларға һәр саҡ ҡалабыҙҙың эшҡыуарҙарын, мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларын йәлеп итергә тырышабыҙ. Беҙ бер нисә төп йүнәлеш буйынса эш алып барабыҙ. Башҡорт ырыуҙары тарихын өйрәнеү, шәжәрә төҙөү, Шәжәрә байрамдары үткәреү; башҡорт яугирҙәренең рус армияһы составында тарихи походтарҙа ҡатнашыу үҙенсәлектәрен асыҡлау; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре батырлыҡтары тураһында йәш быуынға мәғлүмәт еткереү кеүек төп йүнәлештәр туған телде һаҡлау, уҡытыу кеүек һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләр менән бер юҫыҡта хәл ителә бара. Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы, ҡалабыҙҙың тарихи музейы, үҙәк китапханаһы, айырым мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, музыкаль һәм индустриаль колледж, “Ағиҙел” мәҙәниәт һарайы һәм бөтә башҡорт милли ойошмалары берҙәм эшләй”, – ти Азат Шәрип улы.
Тынғыһыҙ милләттәшебеҙ Азат Юлтимеров йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай – ҡаланың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, ҡала Советы депутаты ярҙамсыһы, ҡала хакимиәтенең бер нисә комиссияһы эшендә ҡатнаша, фиҙакәр эшмәкәрлеге республикаһының юғары наградалары менән билдәләнгән.
“Тормош девизым: тыуған илемдә туған телемдә халҡым йырҙарын йырлау, атайымды-әсәйемде, туған халҡымды ҙурлау!” - ти Азат Шәрип улы.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.