Бөгөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең V съезы үтте. Унда республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан бөтәһе 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Сара онлайн һәм офлайн бәйләнештә үтте.
Сарала йәмғиәттең ойоштороу мәсьәләләре лә ҡаралды, яңы рәйес һайланылар. Биш йыл дауамында үҙен әүҙем һәм оҫта ойоштороусы итеп күрһәткән Гөлнур Ҡолһаринаны съезд делегаттары бер һүҙҙән икенсе мөҙҙәткә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе итеп һайланы. Ул - Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең йомғаҡлау-һайлау съезы ойошҡан рәүештә үтте. Көнүҙәк мәсьәләләргә, илебеҙҙә барған бөтә хәлдәргә гүзәл заттарыбыҙ битараф түгел, шуға ла тыуған еребеҙ һағы өсөн дә, уға терәк булыу өсөн дә күп эштәр башҡарабыҙ. Проекттарыбыҙ күп.
Ойошманың филиалдары республиканың ҡала-райондарында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә эшләп килә, киләсәге бар. Ветерандар советына, өләсәйҙәр мәктәбенә, халыҡ дауалаусылары мәктәбенә, ир-уҙамандар ҡорона, батырҙар мәктәбенә таянып, эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итәбеҙ, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!
Юлай Кәримов фотоһы.