Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Декабрь 2022, 14:40

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды

Съезд делегаттарын Радий Хәбиров тәбрикләне.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһының V съезы үтте. Унда республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән – Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстан Республикаһы, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан бөтәһе 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Сара онлайн һәм офлайн бәйләнештә үтте.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы Алексей Дербеко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың съезд делегаттарына тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе.

“Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы 30 йылдан ашыу ҡыйыу, һәләтле, нескә һәм һиҙгер, хәстәрлекле әсәйҙәрҙе – ғаилә усағын, туған телде, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлаусыларҙы берләштерә.

Йәмғиәттең рухи тупланыуында, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар мөһим урын тота. Һеҙ “Бәндәбикә” акцияһы, “Урал батыр байрамы”, “Бәхетле никах” байрамдары, “Өләсәйем әкиәттәре” конкурсы, “Ер ҡото” – ”Ер көсө” этномәҙәни фестиваль һәм башҡа шәп проекттарҙы ғәмәлгә ашыраһығыҙ”, – тиелә унда.

Республика Башлығы тәбрикләү һүҙендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының Донбасс республикаларына, Херсон һәм Запорожье төбәктәренә ярҙам итеп, хәйриә һәм гуманитар акцияларҙа әүҙем ҡатнашып, матди һәм рухи ярҙам күрһәтеүе тураһында ла әйтелгән.  

Шулай уҡ сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, “Берҙәм Рәсәй-Башҡортостан” гәзите мөхәррире, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова, Бөтә Рәсәй бүлексәһе рәйесе, Рәсәй ДОСААФ йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Иглин районындағы бүлексәһе рәйесе Айҙар Харасов ҡатнашты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының әүҙем ағзаларына маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы йәмғиәттә гүзәл заттарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығындағы эштәрҙе әүҙемләштереү, эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Ошо хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина ла сығышында ентекләп һөйләне.

Съезда төрлө быуын ҡатын-ҡыҙҙары делегат булып ҡатнашты, ә инде улар араһында иң ололары – 90 йәшкә аяҡ баҫҡан Азия Күсимова менән Ләлә Бейешева булды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бергә йыйылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: