Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Декабрь 2022, 22:00

"Туған телемде һаҡлауға өлөш индерә алыуым менән бәхетлемен"

"Тел һаҡсыһы - рух һаҡсыһы" конкурсында - Сорғот башҡорто Гөлсирә Әбдрәшитова.

"Туған телемде һаҡлауға өлөш индерә алыуым менән бәхетлемен"
"Туған телемде һаҡлауға өлөш индерә алыуым менән бәхетлемен"

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан” гәзите менән берлектә “Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы” тип аталған конкурс иғлан итте, тип яҙғайныҡ. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, “Башҡортостан” гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә.

Бөгөн һүҙ - әүҙем йәмәғәтсе Гөлсирә Әбдрәшитова тураһында. Мәғлүм булыуынса, Ханты-Манси автономиялы округы – Юграның Сорғот ҡалаһында бик берҙәм, татыу башҡорт йәмәғәтселеге йәшәй. Урындағы ҡоролтайҙың да әүҙем эшләгәне билдәле. 

Гөлсирә Әбдрәшитованы урындағы милләттәштәребеҙ Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы, урындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы, “Башҡорт теле - башҡорт иле” йәкшәмбе мәктәбенең уҡытыусыһы тип белә. Ул – күп яҡлы шәхес. Юғары ойоштороу һәләте, оло яуаплылыҡ, кешеләр менән эшләй белеү, әҙәплелек, тирә-йүндәгеләргә ихтирам, ижади булмыш, эш һөйөүсәнлек – тап ошо сифаттар һүрәтләй уны.

2001 йылда тап ул Ханты-Манси автономиялы округы-Юграла башҡорт ҡоролтайын ойоштороуға тәүге нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә. Төбәктә ике тиҫтә йылдан ашыу йәмәғәт эшмәкәрлеге уртаһында ҡайнау осоронда Гөлсирә Камил ҡыҙы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй, шулай уҡ Сорғот районының Солнечный ҡасабаһы башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, 2003 йылдан алып Сорғот ҡалаһында “Ҡурай” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары ла була. 2010 йылда Башҡортостанда үткән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана, 2019 йылда Башҡорт теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында делегат була.

Әлеге ваҡытта ул Сорғот районының “Берҙәмлек” милли мәҙәниәттәр ойошмаһына етәкселек итә, урындағы “Ағинәйҙәр” ҡорон ойоштороусы ла. Ул әүҙем, маҡсатлы, һәләтле милләттәштәребеҙҙе йәмәғәт эшенә йәлеп итә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға саҡыра. Тап шулай башҡорт телле мөхит һаҡлана ла, сөнки яҡташтар туған телдә аралаша, йыр-моңдарыбыҙ яңғырай. Ҡалалағы күпселек саралар башҡорт йәмәғәтселегенән тыш үтмәй, бигерәк тә милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте сағылдырған фестиваль-бәйгеләрҙә милләттәштәребеҙ һәр саҡ әүҙемлеге, сағыулығы менән айырылып тора.

Гөлсирә Камил ҡыҙы, маҡсатлы, иҫ киткес рухлы кеше булараҡ, Сорғоттағы башҡорт йәмәғәтселегенең Башҡортостан менән хеҙмәттәшлегенең ныҡлы нигеҙен булдырыуға ла үҙ өлөшөн индергән. Тағы ла бер ҙур ҡаҙанышы: фәҡәт уның тырышлығы менән бынан бер нисә йыл элек Сорғотта өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге нигеҙендә башҡорт класы ойошторолған, ул унда башҡорт балаларына туған тел үҙенсәлектәрен төшөндөргән. Әйтергә кәрәк, уҡыусылары телде өйрәнеп кенә ҡалмаған, ә төбәк, төбәк-ара конкурстарҙа сығыш яһап, призлы урындар яулаған. Гөлсирә Камил ҡыҙы Башҡортостан белгестәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, төрлө йүнәлешле оҫталыҡ дәрестәрен ойоштора, башҡорт телендә сыҡҡан матбуғатҡа яҙылыу ойоштора.

Унан тыш, былтыр Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты менән берлектә “Башҡорт теле - башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе проекты эшләй башлаған. Гөлсирә Әбдрәшитова бында ла башҡорт балаларына туған телде өйрәтә. Тиҙҙән бер төркөм балаларҙы Башҡортостанға экскурсияға алып барам, тип планлаштыра милләттәшебеҙ. 

– Тыумышым менән мин Ғафури районының Һабай ауылынан. Ике тиҫтә йылдан ашыу Сорғот ҡалаһында йәшәйем. Милләттәштәрем менән аралашып, бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәү миңә сикһеҙ дәрт-дарман бирә. Ҡыҙым Ләйсәнде лә  бала саҡтан милли рухта тәрбиәләнем, хәҙер иһә ул - минең уң ҡулым, ярҙамсым, шундай уҡ әүҙем йәмәғәтсе. Ул “Сорғот-24” телекомпанияһында эшләй, башҡорт телендә үткән сараларҙы алып бара. Туған телемде һаҡлау эшенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен, - ти Гөлсирә Камил ҡыҙы.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: