Башҡорт донъяһы
9 Декабрь 2022, 11:30

“Уҡыусыларым менән ғорурланам”

Бөгөн һүҙ  педагог,  Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе Мәрфуға Мостафина тураһында

“Уҡыусыларым менән ғорурланам”“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостан» гәзите менән берлектә «Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы» тип аталған өр-яңы бәйге иғлан итте, тип яҙғайныҡ.

Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, «Башҡортостан» гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә. Бөгөн һүҙ  педагог,  Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе Мәрфуға Мостафина тураһында.

Ул Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп 2002 йылдың майында һайланған. Илле йылдан ашыу ул балаларға белем бирә, 20 йыл дауамында башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау буйынса уның һәм рухташтарының тырышлығы арҡаһында ике башҡорт баҡсаһы асылды, 44 балалар баҡсаһының 30-ында Башҡорт төркөмдәре асылған, уларҙа 582 бала шөғөлләнә.

Черниковка биҫтәһендәге 48-се мәктәп Башҡорт лицейы статусын алған. Бөгөн унда 500 ҙән ашыу бала белем ала.

Мәрфуға Мостафинаның тырышлығы менән шулай уҡ, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы –  “Умырзая”  Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе 2005 йылда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән асылған. Ул әлеге ваҡытта ла уңышлы эшләй, бәләкәй милләттәштәребеҙҙең төрлө һәләттәрен аса. Мәктәпте бөткән уҡыусыларҙың күбеһе башҡорт теле, мәҙәниәте уҡытыусылары һөнәрен һайлаған, бәғзеләре Башҡортостан юлдаш каналында уңышлы эшләй, киноларҙа төшә, төрлө юҫыҡтағы конкурс-бәйгеләрҙең еңеүселәре була.
Йәкшәмбе мәктәбендә йыш ҡына төрлө саралар үткәрелә, бында шөғөлләнгән ҡыҙҙар-малайҙар йыр-моңға маһир.

Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙы әйтеүенсә, билдәле эстрада йондоҙо Эльвин Грей ҙа (Радик Юлъяҡшин) – уның уҡыусыһы, 48-се Башҡорт лицейын тамамлаған. "Дуҫлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә – күп тапҡыр  төрлө кимәлдәге халыҡ-ара,  республика кимәлендәге конкурстар, алҡыштар конкурсы лауреаты. “Уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам”, - ти талантлы педагог.

Мостафина Мәрфуға Сәләхетдин ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланған, ул Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалдары менән бүләкләнгән.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

 

“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
“Уҡыусыларым менән ғорурланам”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас