Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Декабрь 2022, 00:30

Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...

"Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" конкурсында - Кама буйы башҡорттарының мәҙәниәтен, телен һаҡлау маҡсатында "Сулпан", "Ғилмияза" башҡорт фольклор ансамблдәрен ойошторған рухлы милләттәшебеҙ Зәүә Мәхәтова.

Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Башҡортостан" гәзите менән берлектә "Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" тип аталған конкурс иғлан итте, тип яҙғайныҡ. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, "Башҡортостан" гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулы мәғлүмәт донъя күрә.

Бөгөн һүҙ - педагог, Пермь башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Зәүә Мәхәтова тураһында.

Зәүә Фәнил ҡыҙы Асҡын районының Баҙансат ауылында тыуған. 1984 йылда Пермь өлкәһе Уҫы ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға ингән. Студент йылдарында уҡ фольклор йүнәлешле төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Уҡыуын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған. Һуңынан Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына "Психология һәм педагогика" йүнәлеше буйынса уҡырға ингән, унда культуролог, педагог-хореограф дипломдарын алған.

1994 йылда Пермь өлкәһенең Чернушка ҡалаһына күскәндән һуң, тынғыһыҙ булмышлы милләттәшебеҙ Кама буйы башҡорттарының мәҙәниәтен, йолаларын, телен тергеҙеү, һаҡлау маҡсаты менән "Сулпан" башҡорт фольклор ансамблен ойошторған һәм Ғәйнә башҡорттарының рухи байлығын үҫтереү буйынса өҫтәмә белем биреү программалары конкурсында беренсе урынды яулаған.

18 йәшкә тиклемге егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы берләштергән "Сулпан" башҡорт балалар фольклор ансамбле район, край кимәлендәге төрлө сараларҙа сығыш яһай. Әлеге ваҡытта хореография, фольклор, ҡурай, ҡумыҙ төркөмдәрендә 50-нән ашыу бала шөғөлләнә. 2019 йылда "Сулпан" башҡорт балалар фольклор ансамбле "Өлгөлө балалар коллективы" исеменә лайыҡ булған.

2004 йылда Зәүиә Фәнил ҡыҙы балаларын тәрбиәләү өсөн эштән китергә мәжбүр була. Әммә йәмәғәтселек бурыстарын ҡалдырмай, Чернушка районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ сараларҙа ҡатнаша, "Сулпан" фольклор ансамблендә йәмәғәт башланғысында эшен дауам итә. 2008 йылда ул "Ғилмияза" фольклор төркөмөн ойоштора. Әлеге ваҡытта был коллектив составында 18-60 йәшлек 24 кеше иҫәпләнә. Ансамбль өлкәнең бөтә сараларында ла әүҙем ҡатнаша. 2009 йылдан алып Зәүиә Фәнил ҡыҙы Чернушка районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек итә.

"Сулпан" һәм "Ғилмияза" фольклор ансамблдәре төрлө ҡала, край, Рәсәй конкурстарында даими еңеүҙәр яулай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Зәүә Мәхәтова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының III и IV съезы, Рәсәй, Евразия халыҡтары ассамблеяһының беренсе съезы делегаты булып ҡатнашҡан.

Шулай уҡ әүҙем милләттәшебеҙ Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы һәм Губернатор Хакимиәте ойошторған сараларҙың режиссеры, алып барыусыһы булараҡ та сығыш яһай. 2019 йылда уға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелгән. 

Зәүә Мәхәтова даими рәүештә белемен камиллаштыра, тәжрибә уртаҡлаша. "Тыуған яғым - гөлдәр иле", "Балаларҙың этник уйындары", балалар өсөн йәйге майҙансыҡтар, һабантуй, "Оран", "Ҡарға бутҡаһы" һәм башҡа уйындар, саралар, акциялар, викториналар ойоштора. Уны яҡташтары ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшкән, ихтирам ҡаҙанған яҡшы белгес, ойоштороусы тип белә. Пермь төбәгендә башҡорт мәҙәниәтен, телен һаҡлау йәһәтенән йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған шәхес, һис шикһеҙ, хөрмәткә лайыҡ.

Фотолар З. Мәхәтованың шәхси архивынан.

Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Ғәйнә башҡорттарына ғәм өҫтәп...
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас