

14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Башҡортостан" гәзите менән берлектә "Тел һаҡсыһы — рух һаҡсыһы" тип аталған конкурс иғлан итте, тип яҙғайныҡ. Ике аҙна дауамында береһенән-береһе лайыҡлы, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән милләттәштәребеҙ өсөн тауыш биреү бара, "Башҡортостан" гәзите һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт донъя күрә.
Бөгөн һүҙ - әүҙем йәмәғәтсе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе, психолог Эльвира Байназарова тураһында.
Эльвира Митен ҡыҙы әйтеүенсә, ул егерме йыл Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән. Ғаиләһе менән тыуған яғына – Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡас, йәмәғәт эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушылып киткән. 2017 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр советы эшмәкәрлегендә ҡатнаша башлаған, башҡорт телен һаҡлау, таратыу йәһәтенән бихисап башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа өлөшө ҙур.
Әлеге ваҡытта һөнәре буйынса клиник психолог булған Эльвира Байназарова "ИНДИГО" Өфө ҡала психологик-социаль оҙатыу үҙәгендә эшләй. Быйыл ул ата-әсәләр өсөн авторлыҡ тренингтарын әҙерләгән, унда үҫмерҙең шәхесен формалаштырыуҙа телдең роленә, тамырҙарҙы белеүгә баҫым яһалған. Бындай тренингтар республика райондарында Бөтә донъя башҡорттары ойошторған “Ижади майҙан” комплекслы сараһы сиктәрендә үткәрелде.
Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе булараҡ, Эльвира Байназарова төп бурысы тип баланың туған телдә уҡыуға законлы хоҡуҡтарын яҡлауҙы иҫәпләй.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ был өлкәләге хоҡуҡтарыбыҙ менән тулыһынса файҙаланмайбыҙ, ә ҡайһы берҙәре хаҡында бөтөнләй белмәйбеҙ, - ти Эльвира Митен ҡыҙы.
Ошо хәлде төҙәтеү өсөн Ата-әсәләр комиссияһы даими рәүештә юристарҙы йәлеп итеп семинарҙар, консультациялар ойоштора.
Тынғыһыҙ йәмәғәтсе, үҙ эшенең оҫтаһы ғаиләһе менән сикһеҙ ғорурлана һәм, тап ир-аттар ғаилә именлегенең нигеҙен билдәләй, тип иҫәпләй.
– Ғаиләлә бәхетле, тыныс, имен мөхит булдырыуҙа атайҙың роле ифрат ҙур. "Аталы бала - арҡалы бала" тип халыҡ араһында юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Атай – иртәгәһе көнгә ышаныс һәм балаларҙың ғына түгел, йәмәғәтенең дә һәр яҡлап үҫеш нигеҙе ул, – ти Эльвира Митен ҡыҙы.
Әйткәндәй, рухлы ханым иренең өлгөһөнә таянып (ул 12-се быуынына тиклем ата-бабаларын асыҡлаған) шәжәрәһен төҙөгән. Бына ошондай булдыҡлы, тынғыһыҙ, әүҙем милләттштәребеҙҙең береһе ул Эльвира Митен ҡыҙы.
Фотолар Э. Байназарованың шәхси архивынан.