Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Декабрь 2022, 08:00

Башҡорт теле көнөнә флешмоб!

Хөрмәтле дуҫтар! 12 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем Башҡорт теле көнөнә арналған флешмоб иғлан итәбеҙ! Беренсе ҡатнашыусыбыҙ Өфө ҡалаһынан өс батыр тәрбиәләүсе Юлиә Мәғәсүмова

Башҡорт теле көнөнә флешмоб!
Башҡорт теле көнөнә флешмоб!

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем! (Зәйнәб Бииешева)

Хөрмәтле дуҫтар! 12 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем Башҡорт теле көнөнә арналған флешмоб иғлан итәбеҙ! Йәш, тема  буйынса сикләүҙәр юҡ. Башҡорт телендә шиғыр һөйләп видеоға яҙҙырып ватсап аша 89270830339 һандары буйынса ебәрергә.  

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгәнде.Был көндө билдәләү осраҡлы ғына түгел.Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.

 

 

Автор: Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас