

Башҡорт теле көнө уңайынан иғлан ителгән флешмобҡа Өфөнән Диана Барлыбаева ҡушылды.
Өс кенә йәшлек милләттәшебеҙ баш ҡаланың 291-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Дианаға уңыштар теләйбеҙ!
Ул ятлаған шиғырҙың тулы тексын тәҡдим итәбеҙ.
ТУҒАН ТЕЛЕМ
Башҡорт телендә һөйләшәм -
Йырлап торған матур тел.
Бар булған башҡа телдәрҙән
Әсә теле яҡын - шуны бел.
Ата-бабаларың һөйләшкән,
Аралашҡан ошо телдә,
Онотма туған телеңде -
Башҡорт милләтенән һин дә.
Салауат һәм Рәми теле миндә,
Илем бөтмәҫ, бөтмәһә телем,
Телем өсөн көрәшергә әҙер
Йөрәгемдән сыҡҡансы йәнем.
Башҡорт булып тыуғанһың икән,
Үҙ телеңдә һөйләш - оялма.
Кеше ғәмһеҙлеге арҡаһында
Күпме тел юғала донъяла!
Ниндәй телдә аралаша балаң,
Ә балаңдың балаһы?
Туған телен белмәйҙәр икән -
Был һинең тәрбиәң баһаһы!
(Р. Әхмәҙиева).
Фото: Башҡорт телен үҫтереү фонды.