"Мираҫ илдәре" төбәк-ара форумы сиктәрендә ошо көндәрҙә Ханты-Манси автономиялы округының Тәбиғәт һәм Кеше музейында Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондынан "Мираҫ" күргәҙмәһенең презентацияһы үтте. Күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы тамамланыуға ҡарата үткәрелә.
Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина әйтеүенсә, күргәҙмәлә 115-тән ашыу музей экспонаты - этнография, башҡорт халҡының көнкүреше, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре ҡуйылған.
- Был күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын йомғаҡлау сиктәрендә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән башҡорт мәҙәниәте Һәм рухи мираҫы йылына арналған. Башҡорт халҡының этнографияһына, һынлы сәнғәтенә, тарихына ҡағылышлы 115 музей экспонаттарын беҙҙең ватандаштар, себер халҡы күрҙе, танышты. Музей менән берлектә Себер тарафтарына "Ағиҙел" башҡорт халыҡ кәсептәре дәүләт предприятиеһынан, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты музейынан, Камил Вәлиев исемендәге ҡаланың сәнғәт колледжы һәм балалар рәссам мәктәбенән предметтар күрһәтелә, - ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.
"Ханты-Мансиҙа 120 халыҡ, милләт вәкиле булғанын беләбеҙ. Һәм бөгөн беҙҙең интернационализм, эске мәҙәниәтебеҙҙе тикшереү беҙҙең традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеген, илһөйәрлекте, Рәсәй рухын һаҡлауыбыҙ хаҡында һөйләйек. Югра, баш ҡала, Тәбиғәт һәм Кеше музейы ярҙамында бөгөн беҙ ошо музей йолаларын ғорурланып күрһәтәбеҙ", - ти Ханты-Манси Башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Ришат Йәдкәров.
"Мираҫ" исемле күргәҙмә 6 декабрҙән - 10 ғинуарға тиклем Ханты-Манси ҡалаһында Тәбиғәт һәм кеше музейында эшләйәсәк.
Артабан ул 18 ғинуарҙан – 19 февралгә тиклем Ноябрьск ҡалаһындағы Музей ресурс үҙәгендә эшен дауам итәсәк.
Әйткәндәй, Себер ҡалаларында Сибай музейы күргәҙмәне дүртенсе тапҡыр ойоштора, Ямал-Ненец автономия округының Тарко-Сале, Яңы Уренгой, Ноябрьск ҡалаларында 2016, 2018, 2020 йылдарҙа булһа, быйыл беренсе тапҡыр Ханты-Манси автономия округының музейында эшләйәсәк.
Күргәҙмәнән ситтә ҡалмағыҙ, рәхим итегеҙ!
Фото: Альбина Ярмуллина.