Ишембай ҡалаһында йәшәгән Сәриә Ғәбитова урындағы нефть техникумын тамамлап, “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында 33 йыл эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң мауыҡтырғыс шөғөлгә тотоноуы ғәжәпләнеү ҙә, һоҡланыу ҙа тыуҙыра.
– Мин бишенсе разрядлы белгес инем. Һөнәремде бик яраттым, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Нефтекамала үткән ураусылар бәйгеһендә ике йыл рәттән беренсе урын алдым. Ирем менән бер предприятиела эшләнек, ул мастер ине. Ул да хаҡлы ялға сыҡты. Бынан бер нисә йыл элек ҡул эштәренә тотондом, милли башҡорт биҙәүестәре менән ҡыҙыҡһыныуым әсәйемдең һандығынан башланды... – ти Сәриә Исхаҡ ҡыҙы. – Әсәйем һандығын үҙе генә аса торғайны. Ситек, селтәр, француз яулығы, елән ятҡанын күргәнем булды. Был милли кейемдәрҙе ул үҙенең туйында кейгән булған. Әсәйем уларҙы һигеҙ балаһының туйында ла кейеп, ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы.
Иҫкерә төшкән селтәрҙе яңыртыу теләге тыуғас, интернет аша ҡул оҫтаһы Гүзәл Кәримоваға сыҡтым. Һеңлем Руфина менән Өфөгә килеп, уның оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ. Шулай итеп, тегергә өйрәндек, тәжрибә тупланыҡ.
Бер аҙҙан һеңлеһе Айгөл уны ҡашмау эшләргә өйрәнеү өсөн баш ҡалаға оҫталыҡ дәрестәренә саҡыра. Пандемия осоронда музей хеҙмәткәре Гүзәл Мостафина башҡорт милли күлдәге тегеү буйынса онлайн дәрес үткәрә. Сәриә Исхаҡ ҡыҙы әсәһенән ҡалған туҡыманан бер нисә күлдәк тегә. Социаль селтәрҙә ҡашмау эшләү буйынса Зөлфиә Насирова ойошторған марафонда ҡатнаша. Шулай итеп, ҡул эштәре оҫтаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли кейеменең тулы йыйылмаһын эшләргә өйрәнә.
– Быйыл йәй башҡорт милли кейемдәре оҫталарының “Тамға” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға заявка бирҙем. Ә 15 сентябрҙә минең ярымфиналға сығыуым тураһында хәбәр иттеләр. Конкурста 500 эш ҡаралып, иллеһе ярымфиналға һайлап алынды. Финалға бары 24 кеше сыҡты. Һөҙөмтәлә минең эштәрем өсөнсө урынды алды, – ти Сәриә Исхаҡ ҡыҙы.
Ҡул эштәре оҫтаһының милли кейем өлгөләре һәм биҙәүестәре Башҡортостан Милли музейына ҡуйыласаҡ. Күргәҙмә 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, асыла. Сәриә Ғәбитова яҡын арала ҡашмау әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә йыйына. Шуныһы һөйөнөслө, ғаилә башлығы ҡатынының үҙенсәлекле шөғөлөн хуплап ҡабул иткән, биҙәүестәр әҙерләүҙә һәр саҡ ярҙамға килә. Әйткәндәй, Ғәбитовтарҙың өс балаһы һәм ете ейәне лә өләсәләренең милли кейемдәрҙе тергеҙеү һәм әҙерләү менән мауығыуына һоҡланып ҡарай, ҙур ҡәнәғәтлек менән ярҙам итергә әҙер.
Был ғәжәп талантлы, егәрле замандашыбыҙ менән “Восход” гәзите хәбәрсеһе Гөлнара Йәмилева таныштырҙы.
Фото С. Ғәбитованың шәхси архивынан.