Календарҙа матур дата – Башҡорт теле көнө булдырылды. Ябай көндә түгел, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тип, халҡыбыҙҙы аң-белемгә әйҙәгән бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә был байрам.
Һис шикһеҙ, тел – һәр халыҡ өсөн иң оло ҡиммәттәрҙең береһе, уны милләт булараҡ билдәләгән, танытҡан, рухи, тарихи тамырҙары менән бәйләнеш булдырған изге төшөнсәләрҙең береһе. Шуға ла бит “Теле барҙың – иле бар” тигәндәр.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн иң төпкөл ауылдарҙа ла бәғзе бер ғаиләләрҙә балаларҙың теле русса асыла, улар үҙ-ара шул телдә аралаша. Телевизорҙағы тиҫтәләгән каналдарҙың көнө-төнө һөйләп, ылыҡтырғыс йәнһүрәттәр менән арбауы, кеҫә телефонындағы мауыҡтырғыс уйындар, ҡушымталар үҙ тәьҫирен бирмәй ҡалмай шул. Һәр яңылыҡты, ғәмәлде отоп алырға әҙер торған, үҙенә һеңдергән балаға күп кәрәкме инде?
Йәйгеһен ағайымдың бәләкәй ҡыҙынан һорайым:
– Гөлбикә, ойотҡан эсәһеңме?
– Ул нимә була ул?
– Ҡатыҡ...
– Ҡатыҡты ла белмәйем...
– Нисек инде белмәйһең? Ряженка, кефир...
– Ә-ә, ряженка булһа, эсәм!
Бына шулай, “ойотҡан” йәки “ҡатыҡ” тигән һүҙҙе аңламайбыҙ, ә “ряженка”ны беләбеҙ.
Бына тағы бер миҫал. Ауылда йәшәгән әхирәтемдең башланғыс класта уҡыған ҡыҙы мунсаға йыйына. Аш-һыу бүлмәһендә йөрөгән әсәһенә: “Я пошла в баню”, – тине. Быны ишетеп ҡалған (өйҙә башҡортса һөйләшеүҙе талап иткән) атаһы: “Ҡыҙым, башҡортса!” тип иҫкәрмә яһаны. Ишек янындағы ҡыҙ: “Атай, мин баняға пошла”, – тине лә сығып китте. Көлөрһөңмө, иларһыңмы?!
Шулай ҙа күңелде йыуатырлыҡ, йәнгә май булып яғылырлыҡ миҫалдар ҙа, матур өлгөләр ҙә юҡ түгел. Балаларын тыуғандан үҙ мөхитендә, милли рухта, әсә телендә тәрбиәләгән йәштәребеҙ ҙә бихисап. Әммә, теләйбеҙме-юҡмы, бөгөнгө ысынбарлыҡ балалар баҡсаһына аяҡ баҫыу менән кәм тигәндә ике телдә – туған һәм рус телендә аралашыуҙы талап итә. Хәҙер Рәсәй халҡының 20 проценты самаһы ошондай мөхиттә йәшәй, йәғни дәүләт теле булған рус теленән тыш, туған телендә лә аралаша. Донъя кимәлендә алып ҡарағанда ла билингвизм – бик киң таралған күренеш. Башҡортостан халҡының да яртыһы тиерлек ике һәм унан күберәк тел белә, ул телдәрҙә иркен аралаша.
Яңы тел өйрәнеүҙең мейе эшмәкәрлеге, сәләмәтлек өсөн яҡшы күнекмә булыуын белгестәр ҙә билдәләй. Был шөғөл хәтерҙе яҡшырта, яңылыҡты ҡабул итеү һәләтен, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра. Ул хатта баш мейеһе, хәтергә бәйле сирҙәрҙе иҫкәртеү сараһы ла булып тора, ти тикшереүселәр.
Шулай уҡ тел өйрәнеү – ул яңы белемгә эйә булыу, тормошҡа ҡарашыңды киңәйтеү тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә рухи йәһәттән байыраҡ була бараһың, шул телдә һөйләшкән халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, асылы менән яҡындан танышаһың. Ә инде туған телеңде белеү – ул тәү сиратта шул телдә һөйләшкән атай-әсәйеңә, олатай-өләсәйеңә хөрмәт билдәһе, үҙеңде тотош бер милләтте барлыҡҡа килтергән халыҡтың өлөшө, лайыҡлы вариҫы тип тойоу. “Туған тел – күңел теле, туғанлыҡ теле, ҡан хәтерен уятҡан сара, иң мөһиме – нервы күҙәнәктәрен яйға һалыу көсөнә эйә булған, тимәк, сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһаған моң теле. Башҡа телдәр байлығын фәҡәт туған телде яҡшы белгәндә генә тойоп, тимәк, өйрәнеп була”, – тип яҙҙы билдәле йәмәғәтсе, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.
Рус телендә иркен аралашҡан, сит телдәрҙе лә белгән, шул уҡ ваҡытта туған башҡорт телендә лә матур итеп һөйләшкән йәштәргә “Әсә телен белеү һеҙгә тормошта ярҙам итәме?” тигән аныҡ һорау менән мөрәжәғәт иттем.
Ләйсән МАЛИКОВА, йәш белгес:
– М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын тамамланым. Башҡорт, рус, инглиз, немец телдәрендә иркен аралашам. Ярты йыл дауамында Төркиәләге турист компанияһында эшләп, төрөк телен дә ярайһы уҡ яҡшы үҙләштерҙем.
Башҡорт телен белеүем миңә тәү сиратта инглиз телен өйрәнгәндә ныҡлы ярҙам итте. Мәҫәлән, беҙҙәге “ҙ”, “һ”, “ә”, “ҫ” һәм башҡа өндәрҙе инглиз телендә дөрөҫ итеп әйтеү күптәргә ярайһы уҡ мәшәҡәт тыуҙыра, ә башҡорт телен белгәндәргә ул йәһәттән бер ауырлыҡ та юҡ.
Төркиәгә килгәс, башҡорт телен белеүемдең өҫтөнлөктәрен шул тиклем ныҡ татыным. Әлеге программа буйынса эшкә килгәндәр араһында рус, татар, башҡорт ҡыҙҙары бар ине, ә башҡорт телен мин генә беләм булып сыҡты. Уның кәрәклеге тәүге көндә үк тейҙе. Йәшәгән еребеҙҙәге һаҡ хеҙмәткәрҙәре төрөксә генә һөйләшә, күбеһе инглизсә лә, русса ла аңламай. Иғтибар менән тыңлаһаң, төрөк һөйләшен 50-60 процентҡа аңлауымды белеп ҡалдым. Башҡортса әйтһәм, улар ҙа мине ярайһы уҡ аңлай. Шулай итеп, яңы коллегаларым – әлеге программа буйынса эшкә барған ҡыҙҙар нимә кәрәкһә лә, миңә мөрәжәғәт итә, йәғни тәржемәсе, аралашсы ролен башҡарҙым.
Йәмилә МУСИНА, студент:
– Сибай ҡалаһында тыуып үҫтем. Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнөм, артабан мәктәптә лә башҡорт класында уҡыным. Әле мин уҡыған вуздағы төркөмдә беҙ ике генә ҡыҙ туған телдә иркен аралашабыҙ. Атай-әсәйҙе, туғандарҙы, өйөбөҙҙө һағынһаҡ, икәүләп кенә башҡортса һөйләшеп алабыҙ – күңелгә рәхәт булып ҡала.
Төркөмдәштәребеҙ алдында башҡортса һөйләшмәйбеҙ, был уларҙы хөрмәт итмәү кеүек тойолор, тип уйлайым. Шулай ҙа әсәй-атайым йәки өләсәйем шылтыратһа, мотлаҡ туған телемдә һөйләшәм. Ятаҡтағы бүлмәләшем – рус ҡыҙы. Ул гел ғәжәпләнә: “Нисек шулай тиҙ генә икенсе телгә күсеп һөйләшә алаһың? Ситтән ҡарағанда ныҡ ҡыҙыҡ: сит ил кешеһе кеүек тойола башлайһың”, – тип көлә.
“Әсә телен белеү һеҙгә тормошта ярҙам итәме?” – тип һорағасһығыҙ, бер ҡыҙыҡ ваҡиғаны һөйләйем әле. Бер мәл сессия алдынан лаборатор эш эшләйбеҙ. Мин таҡтала иҫәпләүҙәр менән булышам. Әгәр ошо заданиены дөрөҫ атҡарып сыҡһам, имтихандан “автомат-бишле” алыуға өмөт бар. Тик иҫәпләүҙәрем килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Төрлөсә эшләп ҡарайым, юҡ инде. Шул ваҡыт башҡорт әхирәтем: “Бер минутҡа ғына коридорға сығып килергә мөмкинме? Телефондан бик ашығыс тип шылтыраттылар”, – ти. Уҡытыусы рөхсәт итте. Таҡта янынан үтеп барышлай, телефонға яуап биргән кеше булып: “Алло, алло! Өсөнсө юлда хата ебәрҙең, шуны яңынан ҡара әле”, – тип бышылдабыраҡ әйтеп үтеп китте. Ысынлап та, таптым бит теге хатамды! Уҡытыусы ла, төркөмдәштәр ҙә бер нимә лә һиҙмәне. Уның ҡарауы әхирәтемдең ярҙамы һәм башҡорт телен белеүем арҡаһында “бишле” алдым!
Бына шундай матур яуаптар, төплө миҫалдар алдым йәштәрҙән. “Ерҙә кеше йәшәй икән – теле лә йәшәй” тип яҙған шағир Баязит Бикбай. Эйе, телле, рухлы, илле булып йәшәйек киләсәктә лә! Уртаҡ йортобоҙ булған Ер шарында башҡа бихисап телдәр менән бер рәттән йөҙәр, меңәр йылдар буйы ғәзиз туған телебеҙ – башҡорт теле лә яңғыраһын, килер быуындар ҙа ата-бабалар телендә рәхәтләнеп һөйләшһен!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА