Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2022, 11:00

“Өлкән йәшкә етеп, башҡортса уҡырға һәм яҙырға өйрәндем”

12 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем Башҡорт теле көнөнә арналған флешмоб бара. Уның сираттағы ҡатнашыусыһы - Санкт-Петербург ҡалаһынан Оксана Фәхриева.     

“Өлкән йәшкә етеп, башҡортса уҡырға һәм яҙырға өйрәндем”
“Өлкән йәшкә етеп, башҡортса уҡырға һәм яҙырға өйрәндем”

“Мин Оксана Фәхриева булам. Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәйем.

Атайым - рус кешеһе, әсәйем башҡорт. Бала саҡтан рус телендә уҡып, аралашһам да, өләсәйем башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтте. Бала саҡ үтеп, өлкән йәшкә еткәс, башҡорт телендә уҡырға һәм яҙырға менән өйрәндем.

Хәҙерге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһында, Ленинград өлкәһе дуҫлыҡ йортонда башҡорт музейы етәксеһе булып эшләйем” – тигән сәләм килеп төштө илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһынан.

 

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: