Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2022, 16:13

Олуғ шағир аманаты

“Балалар телебеҙҙе белеп үҫһен...”

Ил тойғоһо – бар тормошом минең,

Тын алышым, йөрәк тибешем...

(Рәми Ғарипов).

 

Миңә йыш ҡына олуғ шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың өс томлыҡ йыйынтыҡтарын ҡарап алырға тура килә. Уларҙы асып ебәреү менән уйсан, етди ҡарашлы, бөҙрә сәсле ағай баға. Уның портретына, әҫәрҙәренә ҡабат-ҡабат күҙ һалам да уйға ҡалам. Шағирға бәйле хәтирәләрем, айырым-айырым эпизодтарҙан торған булһа ла, кино таҫмаһындағы кадрҙар кеүек, күҙ алдынан үтә лә үтә...

 

1999 йылдың йәйе. Данлыҡлы “Янғантау” шифаханаһында тормош иптәшем менән бергә ял итеп, дауаланып алыу бәхете тейҙе. Унда килгән тәүге көндә үк ваҡытты процедуралар алып ҡына уҙғармаҫҡа, йәмле Йүрүҙәндән тыш, унан һис кенә лә ҡалышмаған Әй буйҙарын ҡыҙырып алыу, бөйөк Салауатыбыҙ эҙҙәренән йөрөү, ул төйәк иткән мәмерйәләрҙе маңлай һәм күңел күҙҙәре менән байҡау, район үҙәге Малаяҙҙағы мөһабәт музейына барыу, мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылдағы йорт-музейына сәфәр ҡылыу хаҡында план ҡора башланыҡ.

Форсат сығыу менән, елләп-ямғырлап тороуға ҡарамаҫтан, машинабыҙҙы иң элек Арҡауылға ҡарай борҙоҡ. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең эҙҙәрен, рухын һаҡлаған йорт, уның баҡсаһына ҡуйылған бюст ҡаршыһында уйға ҡалып торғанда, уттай бесән өҫтө булыуға ҡарамаҫтан, музей директоры килеп тә етте. Эске бер тулҡынланыу менән, һаҡ ҡына баҫып, өйгә үтәбеҙ, тирә-йүнгә күҙ һалабыҙ. Ҙур ғына мейес, ҡулдан эшләнгән ағас өй ҡаралтылары. Арҙаҡлы ил улы тыуып үҫкән ғаиләнең заманында ҡәҙимге крәҫтиән тормошо менән йәшәгәне, бөтәһе лә ҡара тир, хәләл көс түгеп табылғаны күренеп тора.

Унда “Китап” нәшриәтендә яңыраҡ ҡына донъя күргән “И песней, и сатирой“ (1999) тигән монографиямды бер иҫтәлек итеп ҡалдырырға булдым. Автографта: “Рәми ағай, рухығыҙ алдында йөҙөбөҙ яҡты, аманатығыҙҙы еренә еткереп үтәргә тырыштыҡ”, – тигәнерәк юлдар ҙа бар ине.

Рәми Ғариповҡа бәйле иҫтәлекле мәлдәр хаҡында күптән яҙырға булыр ине. Талантлы шағирыбыҙҙың юбилейҙары ла уҙғарылды, ижады 1988 йылда, вафатынан һуң 11 йыл үткәс булһа ла, Салауат Юлаев исемендәге юғары дәүләт премияһы, 1992 йылда “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән шөһрәтле исем менән билдәләнде. Ошо осорҙарҙа уға бәйле конференциялар, ихтирамлы, мәдехле хис-тойғо менән мөлдө­рәмә тулы әллә күпме мәҡәлә, иҫтәлектәр, тормош иптәше Надежда һәм ҡыҙы Гөлнара төҙөгән “Халыҡ шағиры Рәми” (2007) тигән хәтирәләр, Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтсе ғалим Р. Бикбаевтың “Арҙаҡлы шәхестәр тормошо” серияһында “Рәми” (2007) тигән күләмле ғилми-популяр китабы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ. Аралбаев менән Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты И. Кинйәбулатов төҙөгән “Рәми Ғарипов” (2012) тигән альбом донъя күрҙе.

Минең дә, ошо уй-тойғолар тулҡынына эләгеп, күңел түрендә йөрөгән хәтирәлә­рем­де киң йәмәғәтселеккә еткереү ниәте уянып ҡуйғылағаны булды. Йәшермәйем, был һис кенә лә ялҡауланыуҙан, вайым­һыҙлыҡтан килеп сыҡҡан күренеш түгел ине. Бөтәһенән дә элек үҙемдең олуғ ижадсыға бәйле хәтирәләрем менән киң йәмәғәтселек алдына сығырға әхлаҡи хоҡуғым бармы икәне, шуға лайыҡ булыу-булмаулыҡ хаҡында уйландым.

Рәми ағай менән танышыуым көтмәгәндә булды. Өс йыл әрмелә булғандан һуң БДУ-ның филология факультетында дәртләнеп, яҡты хыялдарға бирелеп уҡып йөрөгән көндәрҙең береһендә Руслан Мәҡсүтовтың “Зәңгәр уттар” тигән повесына рецензия, тыуған ауылым Сәйетбаба, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында ҙур ғына мәҡәлә яҙып ташланым. Уны йәштәр гәзите “Ленинец” – “Ленинсы”ға илтергә булдым. Сәбәбе лә бар ине. Был гәзиттә эшләгән журналис­тар факультетыбыҙҙа осрашыу ойоштор­ғайны. Шунда улар йәштәрҙе ҡәләмдәрен һынап ҡарарға, гәзит менән ижади бәйлә­нештәрҙе нығытырға, яҙышып торорға саҡырғайны. Уларҙың араһында ҡуңыр йөҙлө, урта буйлы, асҡағыраҡ ҡиәфәтле ағай ҙа бар ине. Осрашыуҙан һуң ул башҡорт-рус төркөмө студенттары менән бер ни тиклем әңгәмәләшеп алды, “Ленинец”тың башҡорт телендәге дубляжы баш­көллө русса материалдарҙың тәржемәлә­ренән генә тормағанын, үҙенең һәм ҡайһы бер фекерҙәштәренең унда башҡортса ҡыҙыҡлы һәм төплө итеп яҙылған әйберҙәрҙе лә үҙ нөсхәләрендә баҫтырып сығарырға тырышҡандарын әйтте. Арабыҙҙа бығаса гәзит-журналдарҙа эшләп ҡараусыларҙың булыу-булмауы менән дә ҡыҙыҡһынды. Уға әрме хеҙмәтенә тиклем тыуған районым Ғафуриҙың “Звезда” – “Йондоҙ” гәзитендә эшләп алыуым, әрмелә саҡта яҙған бер нисә мәҡәләмдең “Ленинсы”ла донъя күреүе хаҡында әйткәс, ул мине гәзит менән хеҙмәттәшлек итеп торорға саҡырҙы, үҙенең ҡайһы бүлмәлә ултырғанын да әйтте. Был ағайыбыҙ аҙаҡ матур-матур тарихи романдар тыуҙырасаҡ күренекле башҡорт прозаигы, шағиры, драматургы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире һәм йәмәғәт эшмәкәре булып китәсәк, башҡорт илендә ырыусылыҡ хәрәкә­тен башлап ебәрәсәк Булат Рафиҡов ине.

Шулай яҙғы көндәрҙең береһендә мәҡәләләремде тоттом да Булат ағай янына – Аксаков менән Пушкин урамдары киҫешкән урында урынлашҡан ике ҡатлы йортта төйәкләнгән “Ленинец” – “Ленинсы” гәзите редакцияһына йүнәлдем. Ағайҙы эҙләп, икенсе ҡатҡа күтәрелеүем булды, ул теге ваҡытта әйткән бүлмәнән үҙе һәм уның менән нимәлер хаҡында йылмая төшөп һөйләшкән, бөҙрә сәсле, уртаса буйлы, мыҡты ғына кәүҙәле ир кеше килеп сыҡты. Ғәжәп, Булат ағай мине шунда уҡ танып алды. Үҙенең әңгәмәләшенә: “Рәми ағай, таныш бул. Был егет университеттан, сығышы менән Ғафури яғынан”, – тип өндәште лә, шунда уҡ миңә ҡарай борола төшөп: “Әллә берәй материал килтерҙеңме?” – тип һорап ҡуйҙы. Шул мәлдә ижады киң танылыу ала барған, яңыраҡ ҡына мин уҡыған “Аманат” тигән шиғырҙар, ҡобайырҙар, балладалар йыйынтығының авторы ошо кеше була икән, тигән уй-фараз баштан йәшен тиҙлегендә үтеп китте. Ә ул Булат ағайға тағы ла нығыраҡ йылмая төшөп ҡарап, ҡалын ғына тоноҡ тауыш менән: “Һе, үҙең таныш бул тиһең, ә үҙең ирек тә бирмәй, ҡустының ниңә килгәнен төпсөнөргә лә төшөп киттең”, – тип ҡуйҙы ла күрешер өсөн ҡулын һуҙҙы. Минең ҡыймайыраҡ ҡына һуҙылған ҡулымды ныҡ итеп ҡыҫып алды ла нисәнсе курста һәм нисек уҡыуым, Ғафуриҙың ҡайһы ауылынан булғаным, шиғриәт менән мауығыу-мауыҡмауым тураһында ҡыҙыҡһына башланы. Ашыҡ-бошоҡ ҡына ҡайтарылған яуаптарымдан һуң бер миңә, бер Булат ағайға ҡарап: “Әләйгәс, ҡустыбыҙ Жәлил ағайҙың яҡташы, Заһира һылыуҙың (Ғәзизованың. – Ғ.Ҡ.) ауылдашы була икән”, – тип ҡуйҙы. Шунан: “Ярай, Ғиниәт ҡустым, уҡыуыңда уңыштар теләйем. Тырыш, беҙгә журналистар ҙа, яҙыусылар ҙа, ғалимдар ҙа бик кәрәк”, – тине лә, ашыҡҡанын белдереп, ныҡ һәм йылдам баҫып беренсе ҡатҡа төшөп китте. Булат ағай ҙа, мине әҙерәк көтөп торорға ҡушып, уның артынан оҙатырға юлланды.

Материалдарымды ҡарап сыҡҡандан һуң, Булат ағай уларҙы баҫтырып сығарыу хәстәрлеген күрәсәген әйтте. Ысынлап та, күп тә үтмәй, Р. Мәҡсүтовтың “Зәңгәр уттар”ына  яҙған рецензиям донъя күрҙе. Уның артынса “Сәйетбаба, ауылым минең” тигән мәҡәләм, гәзит битенең яртыһын биләп, тулы килеш баҫылып сыҡты. 1969 – 1970 йылдарҙа “Ленинсы”ла шулай Булат ағайҙың еңел ҡулы менән ижад, ғилем донъяһына тәүге бәләкәй генә аҙымдарымды яһап ҡарарға яҙҙы. Артабан “Совет Башҡортостаны”нда күренә башлаған мәҡәләләремә, рецензияларыма ҡарата ла унан ыңғай һүҙҙәр ишеткеләп торолдо. Һирәк кенә булған осрашыуҙарыбыҙ мәлендә ул минең халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, рухи мираҫы менән ҡыҙыҡһыныуымды хуплауын һиҙҙертә, юҡ-юҡ та теге ваҡытта мин уның эш бүлмәһе алдында тап иткән Рәми Ғариповтың шиғриәтенә һоҡланыуы, был ижадтың рухи бөйөклөгө, патриотик пафосы, халыҡсанлығы тураһындағы фекерҙәре менән дә уртаҡлашып ҡуя ине.

Рәми Ғарипов менән нығыраҡ аралашып, илһамлы һәм тәрән фекерле сығышын тыңлап, оҙағыраҡ гәпләшеп ултырыу мәле 1972 йылдың сентябрь аҙағында булды. Бер бүлмәлә йәшәп, дуҫлашып йөрөгән, артабан ҙур прозаик булараҡ танылыу алған Сабир Шәрипов һәм буласаҡ тормош иптәшем Гөлнур менән туйыбыҙҙы уҙғарыу хәстәрлеге менән йөрөгәндә, Рәми ағайҙы һәм тиҙ арала популярлыҡ ҡаҙанған, халыҡ яратып тыңлаған йырсы Венер Килмөхәмәтовты Ленин урамында тап итеп, Сабирҙың ҡыйыулығы менән мәжлескә саҡырҙыҡ. Уларҙың урыны түр башында, туйҙы алып барыусы янында булды. Йола буйынса, иң яҡындарыбыҙға һүҙ биреп бөтөр-бөтмәҫтән шаран-яраныраҡ холоҡло Сабир көр тауыш менән: “Рәми ағайға һүҙ бирәйек әле”, – тип һалды.

Мәжлесте алып барыусыға, дилбегәне ҡулға ала һалып, һүҙҙе шул йүнәлештә ялғап алып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шул саҡ ағайыбыҙ, баҫалҡы ғына бер ҡиәфәт алып: “Кешене күктәргә сөйгән, илаһи моң даръяһына алып киткән йыр бар бит әле. Әйҙәгеҙ, башта һүҙҙе йырсыбыҙға, Венерға бирәйек, туғандар”, – тине. Әлбиттә, был тәҡдимгә берәү ҙә ҡаршы килмәне.

Венер ағай Килмөхәмәтов ҡыҫҡа ғына итеп ҡотлау, теләк һүҙҙәрен әйтте лә: “Ике йәшкә – Гөлнур менән Ғиниәткә – ике йырымды бүләк итәм”, – тип бөтә залды бәрхәттәй йомшаҡ, моңло тауышы менән әсир итеп, халҡыбыҙҙың мәшһүр “Азамат” һәм “Һандуғас” йырҙарын башҡарҙы. Уның йырлауын хатта ресторандың ҙур залында ултырған ҡайһы берәүҙәр килеп, ишекте асып тыңлап торҙо.

Был тамашанан әҫәрләнә, илһамлана төшкән йәштәр, хәҙер инде түҙемһеҙләнеп, Рәми ағайҙың сығышын көтә башланы. Кәйефе ярайһы күтәрелгән, йырсыбыҙға күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, тауышын күтәрмәй аҡрын ғына көйләп ҡушылып ултырған ағайыбыҙ бармаҡтары менән ҡуйы бөҙрә сәстәрен артҡа тарағандай итте лә, аяғүрә баҫып, ихлас итеп табындағыларҙы йылмайтырлыҡ та, уйландырырлыҡ та һүҙҙәр әйтте, беҙгә, йәш ғаиләгә, матур теләктәрен еткерҙе, уларҙы шиғырҙары йә шиғыр өҙөктәре менән оҙатҡылап та алғыланы. Уның:

Тормош туйҙа ғына тормаҫ,

Уртаҡ булһын уйығыҙ!..

Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла

Бергә-бергә бүлегеҙ!

Был донъяла гөлдәр күркәм,

Өҙөлмәһен гөлөгөҙ!..

Ай-һай, туйығыҙ,

Әп итешеп ҡуйығыҙ! –

тип, үҙенә бер ихласлыҡ менән йылмайыулы шуҡ ҡарашын төбәүе, илһамланып китеп, күкрәк төбөнән сыҡҡан яғымлы ҡалын тауышы менән бер нисә шиғырын уҡыуы һәм беҙгә, туй мәжлесендә булған йәштәргә, мөрәжәғәт итеп, теләк, аманат һүҙҙәре менән тамамлап ҡуйыуы әлегеләй күҙ алдымда.

Хәҙер бына шул мәжлестең түрендә булған ағайыбыҙҙың онотолоп китеп уҡыған бер нисә әҫәрен иҫемдә ҡалған урыҡ-һурыҡ юлдар аша асыҡлап ултырам да, уларҙа һүҙ мөхәббәт, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек хаҡында ғына түгел, иман, дөрөҫлөк, дуҫлыҡ һәм хаинлыҡ тураһында ла барған икән дәбаһа, тип ҡуям. “Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған…”, “Һин янғанда дуҫың янмаһа…” тигән ҙур булмаған элегик шиғыр-монологтарындағы

“Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған,

Ниңә, тиһең, нурһыҙ күҙҙәрең.

Һуңғы ҡабат дуҫым, йылмайып,

Бысаҡ һымаҡ сәнсте һүҙҙәрен…

Бынан ҡара инде ҡара юҡ…

Дуҫ ҡәҙере бары – дуҫлыҡта,

Ҡәҙере юҡ уның уҫлыҡта

йәки

Һин янғанда дуҫың янмаһа,

Уртаҡ маҡсат тороп ҡалмаһа,

Оло булһа дуҫың дуҫлыҡтан,

Бәләкәйһә дуҫың уҫлыҡтан,

Яманыраҡ дуҫың дошмандан,

Яманыраҡ дуҫың ҡуштандан...”

тигән юлдарҙы шағир, баҡһаң, беҙҙең туйҙан алдараҡ, 1971 йылда, аяуһыҙ хәлдәргә ҡалған, ҡайһы бер ҡәләмдәш дуҫтары уның идеяларын, ижад, көрәш принциптарын уртаҡлашыуҙан ситләшеп, йөҙ бора башлаған саҡтарҙа яҙған икән. Уларҙы тормоштоң киң юлына сығырға йыйынған беҙҙең кеүек йәштәргә “дуҫлыҡ ауыр – тамсы кер ҡунһа, ...дуҫлыҡ ҡәҙере – бары дуҫлыҡта”, бер-береңә терәк булып, дуҫлыҡҡа тоғро булып йәшәргә кәрәк, тигән уй-фекерҙәрҙе еткерергә теләп, фәһем өсөн уҡып ишеттергәндер, моғайын. Бәлки, күңеле нескәрә төшкән шағир йөрәге әрнеүҙәренә, күңеле һыҡраныуҙарына түҙә алмағандыр, уларҙы нисек тә булһа бүҫкәрткеһе килгәндер. Ул ваҡытта ни беҙ ҙур шағирыбыҙҙың был осорҙа ниндәй тетрәнеүҙәр, нахаҡ язалар донъяһында йәшәгәнен, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгәнен ныҡлап белмәй ҙә инек.

Баштараҡ еңелсә шаяртып, көлдөрөп алыу тонында башланып, артабан етди уйланыу-борсолоуҙар менән үрелә барған ярайһы ғына оҙон сығышында Рәми Ғарипов беҙҙең буласаҡ уҡытыусы-филолог профессияһына туранан-тура бәйле булған тел һәм халыҡ яҙмышы хаҡындағы:

Халҡым тел тыуҙырған.

                         Бөйөк бер тел!

Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...

Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,

Үҙен үҙе әгәр күммәһә... –

тип башланып киткән шиғырына мөрәжәғәт итте лә пауза яһап алғандай булды. Ҡулындағы шиғырҙары йыйынтығынанмы, әллә ҡуйын дәфтәренәнме (шулай булһа кәрәк, хәҙер инде айырып ҡына әйтә алмайым) күңеленә хуш килгән ижад емешен эҙләп тапҡандан һуң, ул эске бер тулҡынланыу менән:

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда, –

тип, бер яҡтан, киләсәктә “урамда туй яһалырына”, “ҙур байрам” булырына тәрән ышаныс, оптимистик рух, икенсе яҡтан, һағыш ноталары менән һуғарылған шиғыр-монологын уҡып алып китте:

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә,

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, күптәребеҙ был шиғри юлдарҙы уҡыған шағирҙың туған теле, халҡы яҙмышы, уның рухи азатлығы хаҡында ҡайғырып әҫәрҙәр ижад иткәне өсөн “милләтсе” мөһөрө баҫылып, ҡыйырһытыуҙарға дусар ителеүенең ни тиклем тәрән, аяуһыҙ булғанын аңлап та бөтмәй ине әле. Шулай ҙа беҙҙең, буласаҡ филологтарҙың, әҙәбиәт дәрестәрендә ләм-мим телгә алынмаһа ла, уның “Туған тел” тигән шиғыры хаҡында мәғлүмәтебеҙ бар ине. Әйтерһең, шуны һиҙгәндәй, ағайыбыҙ ҡуйын дәфтәре (әллә китабы – хәҙер инде айырып ҡына әйтә алмайым) араһынан дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ битен килтереп сығарҙы ла, тоноҡ тауышы менән һалмаҡ ҡына тонда шунда яҙылған әҫәрен уҡый, дөрөҫөрәге, һөйләй башланы.

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ;

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!..

тигән поэтик юлдарҙы яттан һөйләп ҡуйған­дан һуң: “Йәштәргә минең күңел төбөнән сыҡҡан бүләгем ошо булыр. Киләсәктә балаларығыҙ яҡты донъяға килер. Уларҙың теле үҙ телебеҙҙә, башҡортса асылһын ине. Улар телебеҙҙе белеп, халҡыбыҙға тоғро кешеләр булып үҫһендәр ине. Минән һеҙгә аманат шул. Бүләгемде буласаҡ әсә кешегә – Гөлнур һылыуға тотторайым әле”, – тип шиғыр яҙылған битте уға һуҙҙы. Туй мәжлесендәгеләр геү килеп ҡул сапты. Йәмәғәтем менән мин дә ағайыбыҙға эске бер тулҡынланыу менән рәхмәт әйттек.

Йылдар үтә, тормош үҙ мәшәҡәттәре менән аға торҙо. Аспирантурала уҡып йөрөгән йылдарҙа (1973 – 1976) – ярты ғүмер Мәскәү, Ленинград (Санкт-Петербург), Ырымбур, Ҡазан, Өфө ҡалаларындағы архивтарҙа һәм иҫке баҫма рухи байлыҡтарҙа, йәйҙәрен археографик экспедицияларҙа, тыуған ауылда атай-әсәйгә утын, бесән әҙерләшеп, саҡ ҡына булһа ла ярҙам итеп үткәргән ваҡыттарҙа Рәми Йәғәфәр улы менән аралашырға яҙманы. 1972 йылдың көҙөндәге туйҙа бөтәбеҙгә лә күңел йылыһы, зиһен байлығы биргән шатлыҡлы осрашыуҙан һуң дүрт йылға яҡын ваҡыт үткәс кенә тап иттем мин ағайҙы. Август баштары ине, буғай.

М. Өмөтбаев тормошо һәм ижадына арналған диссертациямды аспирантурала уҡып бөтмәҫ элек яҙып тамамлағайным. Уны машинканан үткәрә һалып, тиҙерәк тикшереүгә тәҡдим итеү хәстәре менән йөрөйөм. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәренең күбеһе сираттағы ялға китеп бөткән. Секретарь-машинисткалар менән дә шул уҡ хәл. Лена апай Ғиләжева ғына бер үҙе әҙәбиәт бүлегенең эштәрен баҫып ултыра. Ул: “Ярай, яҡташ, бынауы археографик экспедицияның отчеттарын, Хәким ағайыңдың шиғырҙар шәлкемен баҫып бөткәс тә эшеңде “тыпылдата” һалып бирермен”, – тип өмөтләндергәс, шуны көтөп йөрөгән көндәрҙең береһендә археографик экспедициянанмы, әллә сираттағы ялданмы яңы ғына килгән күренекле әҙәбиәт белгесе, яҡташым Әнүр Хисмәт улы Вахитов менән икәү генә институттың 413-сө бүлмәһендә эшләп ултырһаҡ, ихлас йылмайып Рәми ағай Ғарипов килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып алғас, тормош хәлдәре, әҙәбиәт донъяһы, ижади эштәр торошо тураһында һөйләшеү башланып китте. Рәми ағайҙың нисектер үҙенән риза булып бөтмәүе, ижадында ниндәйҙер бушлыҡ, тотҡарлыҡ барлыҡҡа килеүе тураһындағы ноталар ҙа ишетелә биреп ҡуйҙы был һөйләшеүҙә.

Шулай һүҙгә һүҙ ялғана торғас, ағайҙар минең эш менән дә ҡыҙыҡһына төштө. Уларға диссертация эшен машинкала баҫтырыуҙы көтөп йөрөгәнем билдәле булды. Шул саҡ Рәми ағай: “Шулаймы ни? Надя еңгәңә әйтеп ҡарармын, бәлки, баҫа һалып бирер. Үҙең дә шылтыратырһың уға”, – тип өй телефонын яҙҙыртты. Әнүр ағай менән мин сәй ҡуйып ебәреү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ул сәйләп ултырырға ваҡыты булмағаны, үҙенең институтҡа ниндәйҙер тәржемә эшенә һәм Надя еңгәйҙең бер йомошона бәйле рәүештә генә һуғылғанын әйтте лә китергә ҡуҙғалды.

Лифтҡа тиклем оҙата сыҡтым. Был Рәми ағай менән һуңғы осрашыуым булыр, унан һуң ярты йыл үтеүгә ул күптәрҙе, бик күптәрҙе тетрәндереп, тәрән уйҙарға, һары һағыштарға һалып, кинәт фани донъянан китеп барыр, тип кем уйлаған…

Юлайҡан шуны ла әйтәйем: теге ваҡытта, Рәми ағай үҙе әйтеп китһә лә, ҡулъяҙмамды баҫтырыу хаҡында Надя еңгәй менән телефондан һөйләшергә баҙнат итмәнем, әммә институттағы һөйләшеүҙе ағайыбыҙ еңгәйгә еткергән булып сыҡты. Иртәгәһенә Надежда Васильевна институтҡа үҙе килде. Еңгәбеҙ, мине хайран ҡалдырып, сикһеҙ ҡыуандырып, хеҙмәтте аҙна-ун көн эсендә машинкала бик сифатлы һәм хатаһыҙ итеп баҫа һалып килтереп тә бирҙе.

…Ваҡыт ағышы кеше хәтерендәге бик күп хәл-ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе тоноҡ­ландыра, аҡрынлап оноттора, юҡҡа сығара бара, әммә уларҙың күңелдә иң ныҡ уйылып ҡалғандары нисектер, намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплап китә күрмәһен, тигәндәй, әленән-әле иҫкә төшөрөп, яңыртып, “реставрациялап” тороуҙы талап итә, йыш ҡына хәтер донъяһын гиҙҙереп, һағышлы ла, балҡышлы ла уй-хистәрҙе яңынан ҡуҙғытып ебәрә.

Бөйөк шағирыбыҙ, ил уҙаманы Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың туйыбыҙҙа, студенттар ҡоронда булып, беҙгә ысын мәғәнәһендә шиғриәт, рухиәт байрамы ойоштороуына, ихлас теләктәрен, тормош һабаҡтарын, аманат һүҙҙәрен еткереп, йөрәге түренән сыҡҡан иң ҡәҙерле хазинаһын – ижад гәүһәрен бүләк итеүенә 50 йылға яҡын ваҡыт үтеп тә киткән, әммә был хәл ғүмерҙә лә онотолмай. Үҙемдең дә, тормош иптәшем Гөлнур Ҡасим ҡыҙының да күңел түрендә яҡты сәхифә булып уйылып ҡалған ул. Олуғ шағирыбыҙҙың үҙ ҡулы менән яҙылған шиғри бүләге ғаиләбеҙҙә ярты быуат инде иң ҡәҙерле рухи хазина, изге аманат итеп һаҡлана.

Ҡайһы берҙә, Рәми Ғарипов менән һөйләшкәндәй булып, үҙ алдыма әйтеп ҡуям: “Ағай, беҙ ҙә һинең һымаҡ янып-ярһып, телһөйәр һәм илһөйәр булып йәшәргә, аманатыңды үтәргә тырыштыҡ. Һинең туйыбыҙҙа әйткәндәрең, шиғри бүләгең бер беҙгә генә түгел, киләсәк быуындарға ла изге аманат һүҙҙәре бит. Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, килер быуындарға ла шул рухты һүндермәй, халҡыбыҙҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн киләсәккә ялғап, башҡорт илен тиңдәр араһында тиң иттереп йәшәргә яҙа күрһен инде”. Амин, шулай була күрһен.


Ғиниәтулла ҠУНАФИН

Читайте нас: