Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобта киләһе ҡатнашыусыбыҙ Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы Аделина Килдейәрова Ирек Кинйәбулатовтың “Туған телем” шиғырын һөйләй.
ТУҒАН ТЕЛЕМ
Тел илертә, тел тилертә,
Телдән көслө сара юҡ.
Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ,
Телдәр үтмәҫ ара юҡ.
Шундай телем – башҡорт теле,
Тиңгә тиң – дәүләт теле.
Халҡым менән бергә тыуған
Меңләгән йылдар элек.
Тел тамыры – ил тамыры,
Телем тамыры тәрән,
Гүйә, нескә гөл тамыры,
Уны белеү ҙә кәрәк.
Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,
Беләм уның хаҡында.
Әгәр телем йәшәй икән,
Йәшәйәсәк халҡым да.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.