Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2022, 23:30

"Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!"

Беҙҙең флешмобта - Әбйәлил районы Асҡар ауылынан дүрт йәшлек Азалия Әхмәтйәнова.

"Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!"
"Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!"

Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе дүрт йәшлек Азалия Әхмәтйәнова ҡушылды.

Ул - “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Азалия Рәми Ғариповтың “Башҡорт теле” шиғырынан өҙөк ятлап ишеттерә.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да, йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел:
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Фото: Башҡорт телен һаҡлау фонды. 

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: