Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Декабрь 2022, 15:10

“Ярыш сәме йәшәүгә көс бирә”

Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә еңеүсе булған.

Өфөләге 2-се “СМАРТ” республика күп профилле полилингваль гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Сафиуллина Мәскәү ҡалаһында үткән туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә I урын яулаған. Әүҙем, һәр яҡтан өлгөлө уҡытыу­сынан тәьҫораттары менән уртаҡ­лашыуҙы һорап мөрәжәғәт иттек.

– Миңә Башҡортостан намыҫын яҡлап, Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был конкурс оло тәжрибә мәктәбе булды.  Хеҙмәттәштәр менән аралашыу, тәжрибә бүлешеү шәхес булараҡ та үҫтерә, яңы үрҙәргә лә дәртләндерә. Яңы дуҫтар, рухташтар, фекерҙәштәр таптыҡ. Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларын бер маҡсат берләштерә – ул туған телдәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, дәрәжәле итеү. Ошондай маҡсат менән бер урынға йыйылған фекерҙәштәр ҡоро булды был конкурс, – тип һөйләй Ләйсән Рәйес ҡыҙы.

Ләйсән Сафиуллина – булмышы менән әүҙем кеше, һөнәри яҡтан үҫешкә бик етди ҡараған, гел эҙләнеүҙә булған уҡытыусы. Шуға ла төрлө бәйгеләрҙә йыш ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсы лауреаты булды. “Ярыш сәме йәшәүгә көс бирә”, – ти ул. Ғөмүмән, тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтергә, бурыстарҙы лайыҡлы атҡарырға кәрәк тигән девиз менән йәшәй.

Туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә быйыл Башҡортостандан алты  конкурсант ҡатнашҡан. Дүртеһе – һөнәри конкурс лауреаттары һәм еңеүселәре, икәүһе – үҙ теләге менән ҡатнашырға йөрьәт иткән рус теле уҡытыусылары: Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсы лауреаты Зилә Миңлебаева; Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе, “Баш­ҡорт­остан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы-2022” республика һөнәри конкурсы еңеүсеһе Юлиә Фәтҡуллина; Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, “Башҡортостан Республи­каһы мәктәп­кәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы-2022” республика һөнәри конкурсы лауреаты Рәшиҙә Ғибәҙуллина; Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округы башҡорт кадет корпусы­ның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Шәңгәрәева; Бәләбәй ҡала­һындағы 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Якушева.

Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусы­ларының оҫталыҡ дәресе ун алтынсы йыл рәттән уҙғарыла. Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телен һәм мәҙәни байлығын һаҡлау, үҫтереү маҡсатында ойошторолған конкурс ике этаптан тора. Беренсеһендә, конкурс шарттары буйынса, ҡатнашыусылар ситтән тороп “Минең педагогик эҙләнеүҙәрем” темаһына эссе, үҙҙәренең фәнни-методик эштәрен һәм туған тел дәресенең видеофрагментын тәҡдим итә. Финал иһә Мәскәүҙә үтә. Ике көн дауамында “Милли кейемде презентациялау”, “Методик күргәҙмә”, “Оҫталыҡ дәресе” турҙары ойошторола.

Быйыл онлайн этапҡа Рәсәй төбәктәренән 600-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Шулар араһынан 42 уҡытыусы финалда ҡатнашҡан. Конкурста төп ярыштан тыш номинациялар ҙа билдәләнгән. “Уҡытыусы-новатор”, “Уҡытыусы-оҫта”, мәктәпкәсә белем биреү йорттарында эшләгән тәрбиә­селәр өсөн махсус номинация “Туған телгә ҡыҙыҡһыныу  тәрбиәләүсе”, “Аҙ һанлы халыҡтарҙың туған тел уҡы­тыусыһы” кеүек номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнгән.

– Көс һынашыу, ярыш сәме һәр конкурста була. Был юлы ла бер аҙ күңелде борсолоу, тулҡынланыу хисе биләп алған ине. Шулай ҙа конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан барған уҡытыусыларҙың еңеүҙәре республикала туған телдәрҙе уҡытыу буйынса шарттар барлығы, уҡытыусыларҙың методик яҡтан көслө булыуҙары хаҡында һөйләй. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда һан менән түгел, ә сифат менән дә алдырабыҙ икәнен раҫланыҡ, – тип бәйге тураһында һөйләне Ләйсән Рәйес ҡыҙы.

Ләйсән Сафиуллина үткәргән оҫталыҡ дәрестәре бик юғары кимәлдә үткән. Быны уҡытыусы ентекле әҙерлек менән дә, тырышлыҡ менән дә аңлата.

Ләйсән Сафиуллинаның милли кейем буйынса оҫталыҡ дәресе жюри ағзаларына ла, башҡа уҡытыусыларға ла бик оҡшаған.

– Милли кейемдә халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы сағылыш алған. Уның күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, биҙәктәрҙә күренә. Милли кейем – халыҡтың паспорты, тиҙәр. Беҙҙең милли кейемебеҙ үҙе бер тотош тарих бит. Ә презентациялау биш минут ҡына. Ошо ваҡыт эсендә нисек итеп тотош халыҡтың байлығын күрһәтергә? Байлыҡты ғына түгел, ә тарихты, аҡылды, бөгөнгө быуын менән бәйләнеште лә сағылдырыу мөһим. Оҙаҡ уйланғандан һуң, мин башҡорт халыҡ тормошонда кейеҙҙең әһәмиәтен күрһәтеүҙе һайланым. Уның көнкү­рештәге ролен, йолаларҙа сағылышын, боронғо яу кейемендә ҡулланылышын, хәҙерге осорҙа яңы һулыш алыуын, һаулыҡҡа йоғонтоһон да аңлатып, күрһәтеп биреүгә өлгәштек. Күргәҙмә өлгөләре аша бик оҫта асылды тема. Әлбиттә, милли кейемде презен­тациялауҙа, кейеҙ өлгөләрен күр­һәтеүҙә ҡул оҫталары Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылынан Нәзилә Мөхәмәт­ҡужина, Өфө ҡала­һынан милли Ресурс үҙәге хеҙмәткәре Аэлита Лоҡманова ныҡ ярҙам итте. Иртәгәһенә лә баһалама ағзалары килеп, кейеҙҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо хаҡында әңгәмәләшеп китте, – ти Ләйсән Рәйес ҡыҙы.

Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусы­ларының оҫталыҡ дәресендә Башҡорт­остан, Татарстан, Хакасия, Тыва, Дағстан, Төньяҡ Осетия, Мари Иле, Мордва, Коми, Сыуашстан республикаларынан, Хабаровск, Байкал аръяғы, Ставрополь крайҙарынан, Иркутск, Ростов өлкәләренән, Ямал-Ненец, Чукот  автономиялы округтарынан, Санкт-Петербург ҡалаһынан туған тел уҡытыусылары ҡатнашҡан. Конкурста башҡорт, татар, урыҫ, нанай, осетин, табасаран, ҡабарҙа-черкес, яҡут, алтай һәм башҡа телдәр яңғыраған.

Ләйсән Сафиуллина эшләгән мәктәп Өфө ҡалаһындағы Дим районының “Яркий” биҫтәһендә урынлашҡан. Күптән түгел сафҡа ингән бина уңайлы һәм яҡты. Мәктәптә йәмғеһе 1555 бала белем ала. Барыһы ла башҡорт дәүләт телен өйрәнә. Уҡыусыларҙың 18 проценты туған башҡорт телен уҡый.

Беҙ барғанда Ләйсән Рәйес ҡыҙы V Н класында дәрес бирә ине. Биология техник фәндәр йүнәлешен һай­лаған балалар тупланған класта башҡорт телен дә бик теләп өйрәнәләр. Уҡыусыларҙың яртыһы башҡорт телен белә, һөйләшә. Күптәр олимпиадаларҙа теләп ҡатнаша.

Ильяс Ноғоманов, өйҙә башҡортса ғына һөйләшәбеҙ, ти.

– Гөлназ апайым, өс йәшлек Алмас ҡустым бар. Алмас минең уҡыуҙан ҡайтҡанымды көтөп кенә тора. Бергә уйнайбыҙ. Айырыуса ул минең “Йомро икмәк” әкиәтен уҡығанымды ярата, – тип һөйләй Ильяс.

Ильястың дуҫы Алмас Ҡарабаев – район олимпиадаларында еңеүсе.

– Башҡорт телен белергә, өйрәнергә кәрәк. Каникулдарҙа Ейәнсура райо­нының Иҫәнғол ауылына ҡайтып йөрөйөм. Ауыл малайҙары менән уртаҡ тел табып, бергә уйнайбыҙ. Уларҙан күпте өйрәнәм, – ти Алмас.

Уҡыусылар уҡытыусыларының сы­ғышын социаль селтәрҙәрҙә ҡарап барған һәм конкурста еңеренә ышанған. Бындай әүҙем көйәрмәндәр булғанда, уңышҡа ирешмәү мөмкин түгел.


Лилиә Нуретдинова

Читайте нас