Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 08:40

Башҡорт теле көнө менән!

Башҡорт теле көнө менән ҡотлап, иғлан ителгән флешмобҡа гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла Исхаҡов һәм редакция хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Башҡорт теле көнө менән!Башҡорт теле көнө менән!
Башҡорт теле көнө менән!

Ерем, илем, телем

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

Туған телем, һин халҡымдың

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

Киң Уралым, йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.

Рәшит Шәкүр.

Бөгөн  шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

Башҡорт теле көнө менән ҡотлап, иғлан ителгән сараға гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла Исхаҡов һәм редакция хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас