Миәкә ерендә башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 191 йыл тулыуға арналған саралар район мәҙәниәт йортонда Аҡмулла премияһын тапшырыу тантанаһы менән тамамланды.
Был премия 1989 йылда булдырылған. Быйыл иһә уның 34-се лауреаты тәбрикләнде. Был юлы мәртәбәле премия М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективына тапшырылды. Ҡасандыр ошо юғары уҡыу йортон тамамлап, бөгөн Миәкә ерендә уңышлы эшләп йөрөгән уҡытыусылар ҙа теләктәре лә был сарала бик урынлы яңғыраны.
Башҡорт халҡының моңона, йыр-бейеүҙөренә тулы булды сәсәндең тыуған төйәгендәге байрам. Унан тулы репортажды гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары һәм видеояҙмалары.