Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 23:30

Һеҙҙең өсөн - "Өс мөғжизә"!

Башҡорт теле көнө уңайынан үткәрелгән флешмобта - Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Васильевич Коротков.

Һеҙҙең өсөн - "Өс мөғжизә"!
Һеҙҙең өсөн - "Өс мөғжизә"!

Күп милләтле республикабыҙ халҡы бөгөн Башҡорт теле көнөн бергәләп билдәләне. Телебеҙҙе хөрмәтләп, башҡа милләт вәкилдәре лә ихлас күңелдән шиғырҙар һөйләне.

Улар араһында Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Васильевич Коротков та бар. Мостай Кәримдең “Өс мөғжизә” шиғырын һөйләп ишеттерҙе ул:

Өс мөғжизә мине әсир алды -
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды -
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: