Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 16:30

Еңеүселәр билдәле!

Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолған “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” конкурсында кемдәр тәүге өс урынды яуланы?

Еңеүселәр билдәле!Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!

Гәзитебеҙ төркөмөндә Башҡорт теле көнө уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә иғлан иткән “Тел һаҡсыһы – рух һаҡсыһы” конкурсында, төрлө төбәктәрҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ата-бабалары төйәгенә, кендек ҡаны тамған тыуған еренә һәр саҡ тоғро булып ҡалған, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарған, фиҙакәр хеҙмәте менән рухи мираҫыбыҙҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәткән, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән 16 әүҙем, рухлы милләттәшебеҙ ҡатнашты.

Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең - үҙ ҡағиҙәләре. Шулай итеп, бөгөн иң күп тауыш йыйған өс шәхес асыҡланды. Улар түбәндәгесә:

I урында – Рафаил Заян улы Яхин,

II урында – Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаева,

III урында – Альберт Әҙип улы Исмаил.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Конкурс шарттары буйынса, улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә мәҡәлә донъя күрәсәк, милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашҡан һәр шәхескә, уларҙы дәртләндереп, алға сығарырға тырышып дәррәү тауыш биргән, һоҡланыу һүҙҙәрен йәлләмәгән барлыҡ дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Һәммәгеҙҙе лә Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлап, именлек, ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар, киләсәктә лә ошолай бер-беребеҙгә йылылыҡ өләшеп, дәртләнеп, сәмләнеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Конкурс һөҙөмтәләрен ошо һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll63848654d9b90c32bca90f9a

Фотолар еңеүселәрҙең шәхси архивынан.

Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас