Билдәле булыуынса, Рөстәм Динислам улы Шәрипов сығышы менән Бөрйәндән, әле Хәйбулла районында хакимиәт башлығы булып эшләй.
Үҙен талапсан етәксе һәм ғәҙел хужа итеп танытҡан, халыҡ менән һәр саҡ аралашып, уларҙың проблемаларын яҡындан белгән, йәштәрсә фекер йөрөткән, әммә ололарҙың аҡылына һәм кәңәшенә һәр саҡ ҡолаҡ һалған, креатив, замандан һәр саҡ бер аҙым алда барған Рөстәм Шәрипов районда, төбәктә, республикала барған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашҡан, үҙ һүҙен әйткән йәш һәм өмөтлө етәкселәрҙең береһе.
Бөгөн ул барлыҡ милләттәштәребеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ҡотлап, ошо көнгә арналған флешмобҡа ҡушылды.
Фото һәм видео: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.