Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 08:30

Миәкәләр шәхестәрен ҙурлай

Саралар Аҡмулланың тыуған төйәге Туҡһанбай ауылынан башланып китте.

Миәкәләр шәхестәрен ҙурлайМиәкәләр шәхестәрен ҙурлай
Миәкәләр шәхестәрен ҙурлай

Башҡорт теле көнөнөң бөйөк мәғрифәтсе, шағир, башҡорт теле үҫеше өсөн ҙур көс һалған шәхес Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килеүе икеләтә әһәмиәтле. Тарихын онотмаған, шәхестәрен ҙурлаған халыҡтың киләсәге лә ҙур.

Туҡһанбайҙағы сара ла илһөйәрлек рухы менән һуғарылғайны. Бөгөн ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск асылды. "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы ярҙамында ул ике ай самаһы ваҡыт эсендә барлыҡҡа килгән. Йәнәби-Урсай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимерйән Лотфуллин әйтеүенсә, Туҡһанбайҙан Бөйөк Ватан һуғышына 66 яугир фронҡа китһә, уларҙың 35-енә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була.

Ауылдағы обелиск йәш быуынға иле өсөн ғүмерен биргән һалдаттарҙың батырлығын иҫләтеп торасаҡ. Хәтер ташы республика субсидияһы, урындағы хакимиәттән бүленгән аҡса, халыҡтың һәм эшҡыуарҙарың дөйөм көсө менән барлыҡҡа килгән.

Обелискты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында ҡатмарлы осорҙа йәшәһәк тә, халыҡ менән ҙур эш башҡарылыуын билдәләне. Был эштә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Туҡһанбайҙа шағирҙың музейында булыу ҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төрлө йылдарҙа Мифтахетдин Аҡмулла премияһына лайыҡ булыусы лауреаттар, Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәренең бөгөнгө сарала ҡатнашыуы сараның бәҫен күтәрҙе. Бөйөк сәсәндең ижад, тормош юлы буйынса бында бай мәғлүмәттәр тупланған. 1981 йылдан эшләп килгән музейға йылына алты меңләп кеше килә. Музей эргәһендә шағирға ҡуйылған һәйкәл дә миәкәләрҙең Аҡмуллаға хөрмәте билдәһе.

Автор фотолары.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас