Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 20:00

Урал батыр аманатына тоғробоҙ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһалды.

Урал батыр аманатына тоғробоҙ
Урал батыр аманатына тоғробоҙ

Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡорт мәҙәниәте йылы һәм рухи мираҫ йылын йомғаҡлау сараһы уҙҙы.

Билдәле булыуынса, 2022 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде, уның девизы бөйөк "Урал батыр" эпосынан алынды: «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!». Ошо аманатҡа ярашлы, быйыл үткәрелгән сараларҙа «кеше – булдырыусы» тигән идеяны алға ҡуйыуға ҙур иғтибар бүленде. Эштә төп нигеҙ итеп Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы положениелары алынды: бай мәҙәниәтте, күп милләтле илебеҙҙә мәҙәниәт-ара бәйләнеште, бер-береңдең рухи ҡиммәттәренә ихтирам-хөрмәтте һаҡлау, заман шарттарын күҙ уңында тотоп, киләсәккә стратегик йүнәлеш билдәләү бурыстары алға ҡуйылды.

Ошо маҡсаттарҙы бергә туплаған комплекслы сара булып «Ижади майҙан» торҙо. Республика буйынса ул алты урында уҙғарылды, етенсеһе – һуңғыһы – бөгөн Өфөлә үтте.

Йыл һөҙөмтәләрен барлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова:

- Башҡорт теле көнө өсөн беҙ республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ. Был байрам йылдан-йыл сағыуыраҡ, йөкмәткеһе лә байыраҡ, яңынан-яңы саралар барлыҡҡа килә. Әлбиттә, был көн беҙҙе берләштерә, уйландыра һәм телебеҙгә ҡарата һөйөүебеҙҙе арттыра. Йыл башында тап ошо урында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ҡарата пландарҙы билдәләгән инек. Йыл һайын 14 декабрҙә район, төбәк ҡоролтайҙары араһында барған рухи бәйгеләргә һөҙөмтә яһау беҙҙең күркәм йолаға әүерелде. Ағымдағы йыл арҙаҡлы шәхесебеҙ, бөйөк шағир Рәми Ғариповҡа бәйле. Юбилейы юғары кимәлдә билдәләнде, уның хаҡындағы фильм экрандарға сыҡты. Рәсәй Дәүләт Думаһында төрлө төбәктәрҙән йыйылған депутаттар менән аралашҡанда республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө һәм башҡа рухи саралар тураһында һөйләгәндә, улар беҙҙең мөмкинлектәргә, ойоштороу тәжрибәһенә хайран ҡала һәм бер аҙ көнләшә лә, сөнки Башҡортостанда был – ҙур, системаға һалынған эш, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

* * *

“Ижади майҙан” сараһы сиктәрендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, башҡорт ырыуҙары рәйестәре һәм ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының көнүҙәк йүнәлештәре, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында төрлө мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова осрашыу барышында ҡала шарттарында иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе –ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса түбәндәге фекерен белдерҙе.

– Республика ҡалалары мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе һис шикһеҙ, ата-әсәләр менән бергә хәл ителергә тейеш. Был йәһәттән, мәҫәлән, Салауат ҡалаһын өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Ундағы ата-әсәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, "юл картаһы" эшләп, телде уҡытыуҙы яйға һалды. Ошо ҡалала “Ижади майҙан” үткәргәндә лә етәкселектең башҡорт теленә, мөхитенә, уға бәйле проблемаларға, күтәргән мәсьәләләргә ныҡ иғтибарлы икәнлектәрен күрҙек.

Республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла шундай эш ойошторорға кәрәк. Айырыуса Өфөлә. Ата-әсәләрҙе ойоштороп ебәреү өсөн тәүге сиратта көслө башҡорт теле уҡытыусылар кәрәк. Йәнә – яҡшы дәреслектәр. Юғиһә шундай хәлдәр ҙә юҡ түгел: ата-әсә ғариза яҙа, башҡорт теле уҡытыла, әммә ҡыҙыҡтырырлыҡ әсбаптар булмағанлыҡтан, баланың телде өйрәнеүгә теләге һүрелә. Беҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, ошо мөһим мәсьәләләр буйынса фекерҙәребеҙҙе даими еткереп торорға тейешбеҙ.

Бындай проблемаларға ҡарата федераль кимәлдә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр Туған телдәр институты асылды. Унда хәҙер диссертация советы төҙөргә уйлайҙар. Эшмәкәрлекте яйға һалып ебәреү өсөн ил төбәктәренән уҡытыу алымдары, федераль яҡтан кәрәкле ярҙам саралары, программалар һ.б. буйынса тәҡдимдәр көтәләр. Бөгөн туған телдәрҙе өйрәтеү буйынса бына шулай системалы шөғөлләнеү мөһим. Федераль кимәлдә барған ошондай эштәргә ҡушылайыҡ. Беҙҙең республиканың мәғариф тармағында алдынғы ҡарашлы етәкселәр, уҡытыусылар бик күп. Һеҙҙең оло тәжрибәгеҙгә таянып, үҫештә уртаҡ юл таба аласаҡбыҙ. Иң мөһиме – ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, уларҙың фекер-кәңәштәрен иғтибар үҙәгендә тотайыҡ.

Баш ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыу ҡыйыныраҡ, тиҙәр. Минеңсә, киреһенсә, еңелерәк. Ни өсөн тигәндә, Өфөлә ауылдарға ҡарағанда уңайлы шарттар күберәк: балаларҙы йөрөтөү өсөн мәҙәни, белем биреү саралары йыш уҙғарыла. Ошо йәһәттән башҡараһы бурыстарға ата-әсәләрҙе нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында шундай тәҡдим бар: киләһе йылда уҡыусылар, йәштәр менән эш алып барыу буйынса проект төҙөйөк. Бындай ғәмәлдәрҙе үтәүгә тәжрибәбеҙ етерлек. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан шефлыҡ ойоштороу мөһим, тип иҫәпләйем. Ниндәйҙер мәсьәләлә ярҙам талап ителәме, сараларҙа ҡатнашырға кәрәкме һ.б. – ошо шефҡа мөрәжәғәт итергә булыр ине. Смарт-мәктәптәр асҡан саҡта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тап шундай маҡсат ҡуйғайны: дәрестәргә танылған шәхестәрҙе саҡырып тороу балалар күңелендә телгә, илгә һөйөүҙе арттырасаҡ, тигәйне.

Ғөмүмән, йәш быуында туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусының ғына эше түгел. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф учреждениелары һәм ата-әсәләр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу – уңыштың төп нигеҙе. Ә Өфө, һис һүҙһеҙ, һәр яҡлап башҡаларға өлгө булып торорға тейеш, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

* * *

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм үҙәктең ағзаһы Мәрүә Ғилметдинова «Урал батыр мәктәбе» майҙансығында Өфө ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары өсөн «Урал батыр мәктәбе» проектының презентацияһын үткәрҙе. Сарала шулай уҡ үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү тураһында ла һүҙ барҙы.

Рәйсә Абдрахман ҡыҙы түбәндәге фекерен белдерҙе:

— Йыл дауамында «Ижади майҙан» проектында теләп ҡатнаштыҡ, республиканың төрлө төбәктәрендә булдыҡ. «Урал батыр мәктәбе» проекты балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи, патриотик, экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән, 2021 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Авторы — билдәле педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева. Проект 2020 йылда Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды. Әлеге көндә республикала проектҡа егерменән артыҡ мәктәп, балалар баҡсалары ҡушылды, ете учреждение эксперименталь режимда эшләй. Тәрбиә эше — оҙайлы процесс, уның һөҙөмтәләре бер нисә йылдан ғына күренә башлаясаҡ, шулай ҙа «Урал батыр мәктәбе» проектын ҡулланған мәктәптәр балаларҙа ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләй.

* * *

Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында «Аҡбуҙат» балалар әҙәби-нәфис журналы ойошторған майҙансыҡта баш мөхәррир Лариса Абдуллина баҫма менән таныштырҙы, һүрәттәр конкурсы үткәрҙе, уҡыусыларға шулай уҡ «Урал батыр» йәнһүрәте күрһәтелде. Балалар рәссамы Майя Ҡәйүмова һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

«Рухи-әхлаҡи тәрбиә» майҙансығында модераторҙар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, уның коллегалары мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының ата-әсәләр комитеттары рәйестәре өсөн туған телде өйрәнеү эшен ойоштороу мәсьәләләре буйынса диспут-клуб, тренингтар үткәрҙе. Ошо комиссияның рәйестәше Руслан Биккинин билдәләүенсә, быйылғы сараларҙа ата-әсәлектең хоҡуҡи нигеҙҙәренә ҙур иғтибар бүленде.

Балаларының туған телен һәм дәүләт телен өйрәнеүгә ниндәй хоҡуҡтары барлығы тураһында ата-әсәләрҙең һәммәһе лә белеп еткермәй. Ә хоҡуҡтар бурысһыҙ йәшәй алмай, улар тураһында беҙ күп һөйләнек. Һис шикһеҙ, һәр ата-әсә балаһын шәхес булараҡ тәрбиәләү генә түгел, уға туған телен, халҡының йолаларын, тарихын һаҡлау йәһәтенән яуаплылыҡ һалырға тейешлеген аңлатырға тырыштыҡ. «Ижади майҙан»да беҙҙең майҙансыҡ ҡайһы берҙә мәктәп менән ата-әсәләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре буйынса юридик консультация булып торҙо. Законлы хоҡуҡтарыңды белеп кенә уларҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшергә мөмкин һәм кәрәк тә. Беҙ ҡатнашыусыларҙың иғтибарын мәктәпкә, ата-әсәләргә, йәмғиәткә бергәләп эшләргә кәрәклегенә йүнәлттек. Һәр бала — үҙенсәлекле донъя. Әңгәмәләрҙең икенсе өлөшө хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен өйрәнеүгә арналды. Тренингтарҙы Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе, профессиональ педагог, психолог Эльвира Байназарова әҙерләне, — тине Руслан Биккинин.

* * *

Йыйын барышында баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы госпиталдәрҙә дауаланған хәрбиҙәребеҙгә матди ярҙам йыйыу буйынса гуманитар акция ла ойошторҙо. Көн дауамында ҡабул итеү пункты эшләне, унда теләгән һәр кем әйберҙәр, төрлө кәрәк-яраҡ килтерә алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас