Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡорт теле көнөнөң мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исеме менән бәйләнгәнлеген иҫкә төшөргән.
Ошо иҫтәлекле көн хөрмәтенә Дамир Радик улы ҡумыҙҙа уйнап яҡташтарын һөйөндөргән һәм “Меңлеләр” шиғырын уҡыған.
“Башҡорт теле көнөндә, дуҫтар, мин ҡумыҙҙа уйнап күрһәтергә һәм “Меңлеләр” шиғырын уҡырға булдым. Мең башҡорттарының төп өлөшө хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың көньяҡ-көбайышында – Дим буйында йәшәй. Бында Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк райондары урынлашҡан. Кеше өсөн тел – Тыуған ил символы ул. Мин уның менән бәйләнеште ғаиләлә, ата-бабаларҙа, тыуған усаҡ йылыһында күрәм. Тел төрлөлөгө – беҙҙең илдең, уның мәҙәниәтенең үҙенсәлек билдәһе. Мәҙәнилекте юғалтып, алға барып буламы? Юҡ, әлбиттә”, – тип иҫәпләй Дамир Мостафин.
Фото: VK.com