Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәгендәге саралар Сафар ауылында ла ойошторолдо. Ауыл клубында халыҡ менән осрашыу ҙа йәнле килеп сыҡты. Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов уларға тырышлығы, берҙәмлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Төҙөкләндереү буйынса сараларҙы ла иғтибарға алды.
Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәне ауыл мәктәбе уҡыусылары бөйөк сәсәндең шиғырҙары менән дауам итте. Аҡмулла премияһы лауреаттары Вәкил Мурзиндың, Сәрүәр Суринаның, башҡа ҡунаҡтарҙың сығыштарын да халыҡ яратып ҡабул итте. Аҡмулланы шулай ҡәҙерләгәндәре өсөн миәкәләргә рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны уларҙа.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре лә сығыш яһаны. Юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетында магистратурала белем алған Нурзилә Ҡолһарина Миәкә еренә беренсе тапҡыр килеүе һәм ерле халыҡтан Аҡмулла тураһында ишетеү, музейын күреү уның өсөн бик әһәмиәтле булыуын белдерҙе.
Әйткәндәй, педагогия университеты студенттары матур музыкаль бүләк тә әҙерләгәйне. Залда йәш быуындың ҡатнашыуы ла тәрбиәүи көскә эйә булды. Тап ошондай осрашыуҙар балаларға йәнтөйәктәренең шәхестәрен белеп үҫергә ярҙам итә.
Автор фотолары.