18 декабрҙә Себерҙең һәләтле балалары өсөн сәнғәт үҙәге “Югра һылыуы” конкурсын ойоштора. Унда ҡыҙҙар илебеҙҙең төрлө милләт мәҙәниәтен күрһәтәсәк.
Ошо сара сиктәрендә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы буйынса ла бүләкләйҙәр. Был номинацияла еңеүсене социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән һайлайҙар.
Сит ерҙә башҡорт мәҙәниәтен күрһәткән, танытҡан Айгүзәл Ғәләүшина өсөн тауыш бирәйек! Бының өсөн "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөнә ("Башҡортостан" гәзите / газета "Башкортостан" (vk.com)) инеп, тауыш биререгә мөмкин.
Тауыш биреү 18 декабҙә тамамлана, шуға ла ваҡыт әҙ ҡалды. Милләттәшебеҙгә беҙҙең ярҙам кәрәк. Берҙәм булайыҡ, шул саҡта беҙ һәр саҡ алды булырбыҙ!
Фото: скриншот.