Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бойороғо менән эшлекле сараларға кейеү өсөн стилләштерелгән башҡорт эш кейеме һүрәтләмәләрен раҫлағайны. Был ҡағиҙә дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, муниципаль чиновниктарға, республиканың дәүләт органдары ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.
Республикала башҡорт эш кейеме буйынса регламент әҙерләнеүе тураһында Радий Хәбиров 2020 йылдың сентябрендә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында белдергәйне.
Башҡортостан Башлығының бойороғонда билдәләнеүенсә, ир-егет өсөн стилләштерелгән башҡорт эш кейеменә ултырма яғалы, ҡыя ҡаушырмалы кәзәкей, лампаслы йәки классик салбар, бер төҫтәге күлдәк, костюмдың төҫөнә тура килгән классик аяҡ кейеме инә. Бынан тыш, ирҙәр кейемен камзул, сағыу булмаған билбау, түбәтәй тулыландырыуы ихтимал. Йөҙөк кейергә мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың стилләштерелгән башҡорт эш кейеменә оҙон еңле күлдәк, блузка, сағыу булмаған юбка, пинжәк йәки жилет, камзул, костюмға тура килгән аяҡ кейеме инә. Гүзәл заттар шулай уҡ күҙгә ташланып тормаған биҙәүестәр, селтәр, хәситә, муйынсаҡ таға ала.
Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейы уҡытыусылар коллективы стилләштерелгән эшлекле кейемгә күскән.
– Директорыбыҙ Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина эшкә килгәс тә, уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла берҙәм форма булһын тип тәҡдим индерҙе. Балаларҙан үҙебеҙ талап итәбеҙ икән, үҙебеҙ ҙә ул талаптарға яуап бирергә тейеш тигән фекерҙә булды. Һәм май айында, беҙ оҙаҡ ҡына төҫөн, фасонын һайлап Өфөнән “Ағиҙел” дәүләт предприятиеһына заказ бирҙек. Яңыраҡ әҙер булды. Дилә Урал ҡыҙының идеяһын барыбыҙ ҙа хупланыҡ. Был форманы беҙ мотлаҡ рәүештә дүшәмбе һәм йома көндәре кейәбеҙ. Сөнки беҙҙең мәктәптә был көндәр берҙәм форма көнө – линейка үткәрелә. Башҡа көндәрҙә кейеү мотлаҡ түгел, – тине лицейҙың тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Раушания Рамаҙанова.